Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Октябрь , 20:00

Беҙҙең табип самолетта сабыйҙы ҡотҡара

Осоп киткәндән һуң ике сәғәт үтеүгә йәш тә һигеҙ айлыҡ Алинаның өйәнәге тота. Сабый аңын юғалта, йөрәге туҡтап, тын ала алмай башлай...

Беҙҙең табип самолетта сабыйҙы ҡотҡара

Анталья – Мәскәү маршруты буйынса ғәҙәти рейс һауаға күтәрелә. Самолетта 353 пассажир Төркиәләге ялдан һуң ҡайтыу юлына сыға.

Осоп киткәндән һуң ике сәғәт үтеүгә йәш тә һигеҙ айлыҡ Алинаның өйәнәге тота. Сабый аңын юғалта, йөрәге туҡтап, тын ала алмай башлай.

Стюардтар пассажирҙар араһында табиптар булыу-булмауын һораша. Бәхеткә күрә, лайнерҙа Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһы филиалы мөдире Гүзәлиә Вәлиева була. Ул ярҙамға ашыға. Баланың йөрәгенә массаж яһай, яһалма тын алдыра.

Бер аҙҙан аңына килгән ҡыҙыҡайҙың тиҙҙән йәнә өйәнәге тота. Табип тағы ла реанимация сараларын башҡара һәм сабыйҙы үлемдән алып ҡала.

Пилоттар самолетты Ростов ҡалаһында ергә төшөрөп ултыртырға мәжбүр була. Унда иһә реанимация машинаһы көтөп тора. Ҡыҙыҡайҙы дауаханаға алып китәләр.

Был турала "Фейсбук" социаль селтәрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров яҙып сыҡты.

Фото: "Фейсбук".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова