Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Октябрь 2021, 23:55

Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!

Йонсоған, яҡындарын һағынған... Шул уҡ ваҡытта күҙҙәрендә алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеү бәхете балҡый!

Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!

Был тау башына менеү донъя альпинизмы тарихына инәсәк, тип белдерә ошо өлкәләге белгестәр. Ысынлап та, параальпинист Рөстәм Нәбиев 2 октябрҙә Манаслуға күтәрелде, йәғни 8163 метр бейеклекте яуланы.

Белеүебеҙсә, көслө ихтыярлы яҡташыбыҙ, 2015 йылда фажиғәгә осрап, ике аяғын да юғалтыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, күптәргә өлгә күрһәтеп йәшәй.

Рөстәм Нәбиев әлеге рекорды мәлендә үҙаллы бик ауыр маршрутты үтә, унда вертикаль боҙлауыҡтар, 50 метрға тиклем сатнаған урындар була, тау ишелеү хәүефе янай.

Егеттең экспедицияһы 34 көн дауам иткән. Бейеклекте яулауға һәм кире төшөүгә алты тәүлек киткән. Ошо ваҡытта ул ике ҡулында 52 сәғәттә боҙватҡыс менән 105 мең тапҡыр һуғып, 35 саҡрым юл үткән. 

Бөгөн ул Өфөгә ҡайтты. Йонсоған, яҡындарын һағынған, шул уҡ ваҡытта күҙҙәрендә алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеү бәхете балҡый. 

Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында Рөстәм Нәбиевте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәре, журналистар, ҡатыны һәм балалары ҡаршыланы.

Рөстәм Нәбиевтең тауға үрләүе тураһындағы мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитендә донъя күрәсәк. 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: