Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Октябрь 2021, 14:15

Башҡортостандың киләсәге – йәштәр ҡулында

Даян Мурзин кеүек батырҙар миҫалында йәштәрҙе тәрбиәләйбеҙ

Башҡортостандың киләсәге – йәштәр ҡулында
Башҡортостандың киләсәге – йәштәр ҡулында

Республиканың Хәрби Дан музейы ғилми хеҙмәткәре Филүзә Әхмәтова Республика көнө айҡанлы фекере менән уртаҡлашты. Уның фекеренсә, республикала Хәрби Дан музейында тарих биттәрендә мөһим урын биләгән ошондай ил батырҙары, бөйөк шәхестәргә ҙур иғтибар бирелә, патриотик тәрбиә буйынса саралалар даими рәүештә үткәрелеп тора.

– Республика көнө – Башҡортостан өсөн ҙур һәм әһәмиәтле байрам.  Ул тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған халҡының берҙәмлек һәм милләт-ара татыулыҡ символына әүерелгән. Сөнки республикала йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, шуға ла төбәктәге тыныслыҡ, именлек кеүек мөһим ғәмәлдәрҙе һаҡлап ҡалыу зарур. Бигерәк тә бөгөнгө көндә, донъя ҡайнап торған ваҡытта, был төшөнсәләр айырыуса ҡиммәт.

Тарих биттәренә ҡарағанда, тап ошо ҡиммәттәр арҡаһында ғына илебеҙ ҡурҡыныс мәлдәрҙе, афәттәрҙе еңеп сыға алған. Борон-борондан халыҡ тыуған илем, ерем тип янып йәшәгән, дәррәү күтәрелгән һәм үҙ ҡараштарын яҡлай, үҙ дәрәжәһен һаҡлай алған. Халыҡты көслө рухлы батырҙарыбыҙ, алдынғы ҡарашлы аҡһаҡалдарыбыҙ дөрөҫ юлға әйҙәгән. Башҡортостандың барлыҡ еңеүҙәре, уңыштары һәм ҡаҙаныштары – тыуған илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән хөрмәтле ветерандарҙың оло тырышлыҡ һөҙөмтәһе ул. Уларҙың төплө аҡылдары, һынмаҫ рухы, намыҫлы ғәмәлдәре бөгөнгө республикабыҙҙың йөҙөн булдырыуға тос өлөш индергән.

Республика Хәрби Дан музейында тарих биттәрендә мөһим урын биләгән ошондай ил батырҙары, бөйөк шәхестәргә ҙур иғтибар бирелә, патриотик тәрбиә буйынса саралалар даими рәүештә үткәрелеп тора. Беҙҙең йәш быуын тарих менән танышып үҫергә тейеш, уларҙа ысын илһөйәрлек, арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу, ихтирам тәрбиәләү – беҙҙең бурыс.

Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡаршылыҡ хәрәкәте һәм Икенсе донъя һуғышы ветераны, Чехия, Словакия ҡалаларының, Өфөнөң почетлы гражданы, яҡташыбыҙ Даян Мурзинды айырып атаһаҡ яҙыҡ булмаҫ. Үҙенең ҡыйыулығы, һынмаҫ рухлы булыуы өсөн “Ҡара генерал” ҡушаматына лайыҡ булған Даян Мурзин йәшерен агент эшен бик оҫта алып бара, партизандар отрядын ойоштороуҙа ҡатнаша. Словакияла 700 төрлө милләт кешеһенән торған Ян Жижка исемендәге партизан бригадаһын булдырып етәкселек итә һәм үҙенең эшмәкәрлеге менән Бөйөк Еңеү яулауға тос өлөш индерә. Уның батырлығы хаҡында бихисап китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән, колледж, урамдарға уның исеме бирелгән, һәйкәл ҡуйылған.

Республика Хәрби Дан музейында Даян Мурзинға ҡағылышлы саралар уҙғарыла, күргәҙмәләр ойошторола. Уның өлгөһөндә Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, ҡаһармандары үрнәк итеп ҡуйыла, йәш быуындың берҙәмлеген булдырыуға, үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡан кеше, гражданин, патриот итеп тәрбиәләү буйынса аҙымдар яһала. Башҡортостандың киләсәге – йәштәр ҡулында.

Республика көнө байрамы тарихтағы аяныслы мәлдәрҙе йәнә лә бер тапҡыр хәтергә төшөрөп, тыуған еребеҙҙең намыҫлы кешеһе булырға ынтылыш бирә, илебеҙҙең көсө, илебеҙҙең бөйөклөгө - халыҡтарҙың берҙәмлегендә икәнлеген йәнә лә бер тапҡыр дәлилләй.

Республика көнө уңайынан ошо мәртәбәле байрам менән барлыҡ республика халҡын тәбрик итәм! Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге ышаныслы, күге аяҙ булһын, гөрләп сәскә атһын тигән теләктә ҡалам, – тине Филүзә Марат ҡыҙы.

Фото: ufa.bezformata.com

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: