Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Октябрь 2021, 11:30

Ул ғүмер буйы Башҡортостан өсөн эшләне

Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе  – күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре Миҙғәт Закир улы Шакиров.

Ул ғүмер буйы Башҡортостан өсөн эшләне
Ул ғүмер буйы Башҡортостан өсөн эшләне

Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе  – күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре Миҙғәт Закир улы Шакиров.

Ул 1969 – 1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына етәкселек итә, унан алдараҡ ошо уҡ партияның Өфө ҡала комитетының беренсе секретары булып эшләй.

Миҙғәт Закир улы 1916 йылда Өфөлә тыуа, 2004 йылда шул уҡ ҡалала вафат була. Фабрика-завод училищеһын тамамлағас, Бежицк машиналар эшләү институтында уҡый, унан һуң төрлө предприятиеларҙа эшләй. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы, 1971– 1987 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы ла булып тора. Бер нисә саҡырылыш рәттән Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Социалистик Хеҙмәт  Геройы, биш Ленин ордены һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры, СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе, Почетлы транспорт төҙөүсеһе, Рәсәйҙең Почетлы төҙөүсеһе.

Миҙғәт Шакиров етәкселек иткән осорҙа республикала бик күп сәнәғәт предприятиелары төҙөлдө, айырыуса нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть химияһы заводтары Башҡортостан һәм ил үҫешенә тос өлөш индерҙе, республика ауыл хужалығында ла ҙур уңыштарға иреште, дәүләткә иген һатыу бермә-бер артты, торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды.

2005 йылда Өфөлә М.З.Шакиров йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.

Фото:bashintorm.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: