

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлай.
Волга буйы федераль округының хөрмәтле халҡы, һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!
Беҙҙең Минин менән Пожарский етәкселегендәге ата-бабаларыбыҙ ХVII быуатта сит ил баҫҡынсыларын ҡыуған замандан алып бер нисә йөҙ йыл үтте һәм тормош та етди үҙгәрҙе. Әммә ХХI быуатта ла хәҙерге Рәсәйҙең ҡеүәте – беҙҙең берҙәмлектә һәм татыулыҡта. Төрлө халыҡтар һәм диндәр вәкилдәре беҙҙең дөйөм берҙәм күп милләтле федератив дәүләттә быуаттар буйы бергә йәшәй. Дөйөм еңеүҙәргә бергә шатланабыҙ һәм ауырлыҡтарҙы еңәбеҙ. Волга буйы федераль округы – беҙҙең ҙур илдең ышаныслы терәге. Округ кешеләре ғилми эш менән шөғөлләнә, сәнәғәтте, ауыл хужалығын һәм бизнесты үҫтерә, балалар тәрбиәләй. Округта йәшәгән кешеләрҙең тормошҡа ҡарашы һәм йолалары төрлөсә булырға мөмкин, ләкин шуны беләбеҙ – Ватаныбыҙ берәү, бөйөк ил граждандары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Халыҡтар берҙәмлеген һаҡлап һәм тарихи мираҫҡа таянып ҡына һәр саҡ үҫә алыуыбыҙға ышанам, беҙ һәр саҡ үҫәсәкбеҙ һәм йоғонтоло хеҙмәтебеҙ менән Ватаныбыҙҙы данға күмәсәкбеҙ!
Бөтә йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, өмөт һәм уңыштар теләйем! И.Комаров.
Фото: pfo.gov.ru.