

11 ноябрҙә 20.54 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан байынса Баш идаралығына Туймазы ҡалаһының Аксаков урамында күп фатирлы йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр.
Ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр килгән саҡта уттан өс бүлмәле фатирҙағы 12 квадрат метр майҙан зыян күргән була.
Мәғлүм булыуынса, бында өлкән кеше йәшәгән, ул ауыр хәрәкәт иткән. Янғын һүндереүселәр килгәнсе, уны күршеһе Александр Багурин ҡотҡарған. Ишекте емереп инеп, иҙәндә ятҡан ирҙе тышҡа алып сыҡҡан.
Оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре тағы ла биш кешене янғындан ҡотҡарған, етәүҙе эвакуациялаған, шул иҫәптән бер баланы.
Зыян күргән 1959 йылғы иргә дауаханала медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: @mchsrb