Геройҙар дәүере
18 Ноября 2021, 15:00

Радик Юлъяҡшин ниндәй эште башланы?

80 йәшлек инәй Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың яҡын туғаны булыуы хаҡында әйткән. Икәүләп яратҡан йырҙары “Уфтанма”ны ла йырлап алғандар.

Радик Юлъяҡшин ниндәй эште башланы?Радик Юлъяҡшин ниндәй эште башланы?
Радик Юлъяҡшин ниндәй эште башланы?

Бөгөн билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин ковидҡа ҡаршы ирекмән булып эшләне. Иртәнсәктән алып “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” үҙәгендә граждандарҙан шылтыратыуҙар ҡабул итте.

"Ҡыҙыу линия"ла эшләү осоронда ул 30-ҙан ашыу мөрәжәғәткә яуап бирҙе, һорауҙар башлыса өлкән йәштәгеләрҙән ине. Кешеләр аҙыҡ-түлек килтереү мәсьәләһе буйынса ғына шылтыратманы, ә йәмәғәт урындарында булыу тәртибе, QR-кодтар, вакцинация пункттары адрестары, “СпутникЛайт” вакцинаһының бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында ла белеште.

Радик Юлъяҡшин билдәләүенсә, колл-үҙәк операторы эше бик яуаплы, күп көс һәм сабырлыҡ талап итә.

“Шылтыратыуҙар бик күп булды. Мөрәжәғәт иткәндәр араһында Гөлсинә апай ҙа бар ине, ул аҙыҡ-түлек килтереүҙе һораны. 80 йәштә, бер үҙе йәшәй. Күп тә уйлап тормай уның янына сыҡтым”, – ти йырсы.

Ул инәйгә тауарҙар алып барған, йылы жилет бүләк иткән, һаулығы менән ҡыҙыҡһынған. 80 йәшлек Гөлсинә Шайморатова бик һөйөнгән, үҙ тормошо тураһында һөйләгән, Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың яҡын туғаны булыуы хаҡында әйткән, проблемаларын бәйән иткән. Икәүләп яратҡан йырҙары “Уфтанма”ны ла йырлап алғандар.

“Үҙ күҙҙәремә ышанманым хатта, Радик үҙе миңә килгән. Тормошта ул тағы ла яҡшыраҡ икән: кешелекле, ябай, ҡарашынан изгелек бөркөлөп тора”, – тип тәьҫораттары менән бүлешкән инәй.

Бөгөнгө ғәмәле менән Радик Юлъяҡшин “Беҙҙең хәстәр” проектының “Йондоҙҙар ярҙам итә” акцияһына старт бирҙе. Аҙна һайын артистар, спортсылар һәм башҡа билдәле кешеләр ирекмәндәр үҙәге эшмәкәрлегенә йәлеп ителәсәк, пандемия ваҡытында мохтаждарға ярҙам күрһәтәсәк.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың мартында булдырылды. Ул Башҡортостандың 25 ҙур ирекмәндәр ойошмаһын берләштерҙе. Әүҙемселәр пандемияның тәүге көндәренән алып кешеләргә ярҙам итә. Өлкәндәрҙең өйөнә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереп бирәләр, вакцинация пунктына барырға ярҙам итәләр. “Такси. Хәстәр” акцияһына ярашлы, табиптар бригадаһын прививка эшләү ойошмаларына һәм ковид-госпиталдәргә эшкә йөрөтәләр.

Колл-үҙәккә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске алтыға тиклем 8-800-201-89-03 түләүһеҙ телефоны буйынса шылтыратырға була.

Фото: "Берҙәм Рәсәй".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас