

Үткән аҙнала баш ҡалала саҡ фажиғә булмай ҡалды. Якутов паркындағы күлгә ете йәшлек бала яңғыҙы уйнарға килә һәм йоҡа боҙ аҫтына китеп, саҡ үлмәй.
Был саҡта ғаиләһе менән йөрөргә сыҡҡан Денис Наумчук хәлде күреп ҡала һәм уйлап та тормай баланы ҡотҡарырға ташлана.
Ирҙең үҙен батырҙарса тотоуы, тиҙ ҡарар ҡабул итеүе арҡаһында бала иҫән ҡала.
Бындай аҙым иғтибарһыҙ ҡалманы, әлбиттә. Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмә алдынан мэр Сергей Греков ҡаһарман яҡташыбыҙҙы бүләкләне. Уға Рәхмәт хаты һәм баш ҡала символикаһы төшөрөлгән сувенир тапшырҙы. Сергей Николаевич Денис Наумчуктың ғәмәлен ҡаһарманлыҡ өлгөһө тип атаны.
– Денис Александрович, һеҙгә ҡала хакимиәте һәм үҙемдең исемдән ҙур рәхмәт. Афарин! Һеҙҙең кеүектәр менән ғорурланабыҙ, – тине ул.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.