Геройҙар дәүере
9 Декабрь 2021, 16:20

Халҡыбыҙҙың данлы улдары онотолмаясаҡ

Өфөләге Еңеү паркының мемориаль комплексында Ватан Геройҙары көнө уңайынан тантана булды.

Халҡыбыҙҙың данлы улдары онотолмаясаҡХалҡыбыҙҙың данлы улдары онотолмаясаҡ
Халҡыбыҙҙың данлы улдары онотолмаясаҡ

Бөгөн, Ватан Геройҙары көнөндә, Өфөләге Еңеү паркының мемориаль комплексында тантана булды.

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов, көс структуралары һәм ведомстволары етәкселәре, Ҡораллы Көстәр ветерандары, ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышында, локаль һуғыштарҙа һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә Дан веногы һәм сәскә һалды.

"Бөгөн республика өсөн иҫтәлекле көн, Ватан Геройҙарын иҫкә алыу көнө. Бик күп яҡташыбыҙ илебеҙҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына ғүмерен бирҙе. Бөгөн республиканың барлыҡ ҡала-райондарында ошо иҫтәлекле датаға арналған саралар уҙғарыла", – тине Константин Толкачев.

Тантанаға йыйылғандар һәләк булған яҡташ яугирҙәрҙе бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.

"Республикабыҙ ҡаһармандары менән данлы. Башҡортостандың төбәк реестрында 352 Ватан Геройы теркәлгән. Халҡыбыҙҙың данлы улдары бер ҡасан да онотолмаясаҡ", – тине Ирек Сәғитов.

Әйткәндәй, Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһе Волга буйы федераль округы кимәлендә билдәләнде. Быйыл төбәк ошо йәһәттән ҡануниәттең үтәлеше буйынса округтың “Ватан Геройҙары” йәмәғәт проекты номинацияһында икенсе урынды яуланы.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54009

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54009

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас