Геройҙар дәүере
10 Декабрь 2021, 07:00

Ике кеше ғүмерен ҡотҡарған

Беренсе булып  бәләгә ҡалған күршеләренә 51 йәшлек Амур Мәүлетов  ярҙамға ташлана...

Ике кеше ғүмерен ҡотҡарғанИке кеше ғүмерен ҡотҡарған
Ике кеше ғүмерен ҡотҡарған

Архангел районының  Айытмәмбәт ауылында йәшәүсе Амур Мәүлетовты Рәсәйҙең  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүҙәге хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланылар.  Ул янғындан ике инвалидты– 92 йәшлек ирҙе һәм 80 йәшлек ҡатынды  ҡотҡарған.

 Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының  матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә,  күңелһеҙ ваҡиға  2020 йылдың 3 ноябрендә  теркәлгән. “Йәшлек” урамындағы йортта янғын сыға. Беренсе булып  бәләгә ҡалған күршеләренә 51 йәшлек Амур Мәүлетов  ярҙамға ташлана. Тәҙрә аша инеп, тәүҙә ирҙе алып сыға һәм хәүефһеҙ урынға илтә. Аҙаҡ төтөн таралған, ут ялмаған йортҡа инеп, ҡурҡыуға төшкән пенсионерҙы эҙләп таба.  Ватыҡ тәҙрә аша уны урамға алып сыға.  Шулай итеп, Амур Зәйнулла  улының фиҙакәрлеге, батырлығы арҡаһында ике ғүмер  үлемдән ҡотҡарыла. Янғын һүндереүселәр аҙаҡ  утты һүндерә. Батырҙы награда менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас