Геройҙар дәүере
11 Декабрь 2021, 04:00

"Әсәйем кеүек доктор булам"

"Ҡыҙыл зона"лағы ауырыуҙар көн дә: ”Беҙ һеҙҙе шул тиклем көттөк!” – тип ҡаршы ала...

"Әсәйем кеүек доктор булам""Әсәйем кеүек доктор булам"
"Әсәйем кеүек доктор булам"

Пандемия башланғандан алып табиптар күҙгә күренмәгән фронттың алғы һыҙығында. Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһы табибы Диана Алаҡаева был осорҙа ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуы тураһында һөйләне.

“Биш йәшемдән “үҫкәс, табип булам” тип тәтелдәгәнем хәтерҙә. Хәҙер мин - дүртенсе быуын табибы, беҙҙең хеҙмәт династияһы ҙур, шуға күрә кем булырға тигән һорау торманы. Атайым яғынан ҡарсәйем, өләсәйем табип ине. Әсәйем – табип-невролог, атайым – хирург, ағайым һаулыҡ һаҡлауҙа ойоштороусы, һәр береһенән ҡатмарлы мәсьәләләр буйынса кәңәштәр алам. Туғандарым оҙаҡламай пандемияның тамамланыуына, ғәҙәти тормошҡа ҡайтыуыбыҙға ышана. Дүрт йәшлек ҡыҙым “әсәйем кеүек доктор булам” тип һөйөндөрә.

Мин Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағас, 18-се дауаханала акушер-гинеколог булып 2020 йылға тиклем эшләнем. Ошо йылдың апрелендә стационарҙы ковид-госпиталгә әүерелдергәс, башҡа хеҙмәттәштәрем кеүек яңынан уҡып, табип-инфекционист булып киттем. Бик ауыр хәлдәге пациенттарҙы дауаларға тура килде. Әле “ҡыҙыл зона”ла эшләйем. Ғилми хеҙмәт яҙам.

Минең өсөн иң ауыр осор үткән йылдың көҙө булды. Бер-бер артлы атай-әсәйем ковид менән ауырып китте. Ҡурҡыныс ине, төшөнкөлөккә бирелгән мәлдәр ҙә булманы түгел. Һәр саҡтағыса, хеҙмәттәштәремдең ярҙамы ҡотҡарҙы. Атай-әсәйемде аяҡҡа баҫтырҙылар.

Ни өсөн “ҡыҙыл зона”ны ташлап китә алмайым? Беренсенән, ауырлыҡтар алдында баш эйге килмәй, икенсенән, пациенттарҙың ышанысы магниттай тарта. ”Беҙ һеҙҙе шул тиклем көттөк!” – тип ҡаршы алалар көн дә. Ундай оло ышанысты аҡлағы килә, хеҙмәттәштәрем алдында һынатҡым килмәй, беҙ –бер ҙур команда! ”Башҡаларға ярҙам итеп, үҙең янаһың” – был бөтә быуын табиптарына ла ҡағыла.

Фото: Горобзор.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас