

Рәсәй Геройҙары көнө уңайынан 15 декабрҙә В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында Рәсәй Геройы Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов менән осрашыу буласаҡ.
Кем һуң ул Рафиҡ Рәшит улы? Ул Әлшәй районының Түбәнге Әүрез ауылында 1965 йылдың 27 сентябрендә тыуған, ВВС полковнигы. Ете йыл осоу әҙерлеге буйынса эскадрилья командиры урынбаҫарынан алып полк командиры урынбаҫарына тиклемге вазифаларҙа хеҙмәт итеп, ике чечен кампанияһында ла ҡатнашҡан. Чечня Республикаһында һауа тактик десантын төшөргән саҡта осоп барған вертолетты аталар. Вертолет күктә янып китә. Рафиҡ Рәшит улы экипажға һикерергә тигән команда бирә. Ергә ултырғас иһә парашютлы экипажды ике минут эсендә ҡораллы дошмандарҙың танауы төбөнән генә ике минут эсендә эвакуациялайҙар. Байкал аръяғында полк командиры, ВВС Баш командованиеһында хеҙмәт иткән.
Рәсәй Геройы исеме Рәсәй Президенты указы менән 2000 йылдың 21 апрелендә Төньяҡ Кавказ төбәгендә законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы юҡҡа сығарған саҡтағы ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн бирелгән.
Герой менән күҙмә-күҙ осрашырға теләһәгеҙ, музейға барырға мөмкин.
Фото: blagomir.org