

Был турала төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтелгәйне. Ваҡиға 18 декабрҙә булған.
Кем икән бәләгә тарыусы янынан битараф үтеп китмәгән был изге күңелле кеше? Яңыраҡ билдәле булды: ул - 37 йәшлек Айрат Бикбулатов. Ир - өлгөлө ғаилә башлығы, ике бала атаһы, юрист булып эшләй. Ҡатыны - әүҙем блогер. Ваҡиға урынында ул ире менән бергә йөрөгән.
Хәл былай булған: ул көндө ғаилә ВДНХ эргәһендәге паркка йөрөргә сыҡҡан һәм юлда бер автомобилдең төтәп янғанына, ә эстәге кешенең ҡырындағы тәҙрәгә башы менән терәлгәненә шаһит булған. Айрат оҙаҡ уйлап тормай ярҙамға ташланған: ишекте асып, эстәге ирҙе хәүефһеҙ урынға сығара, тәүге ярҙам күрһәтә, шунан үҙ машинаһында дауаханаға алып бара.
Зыян күргән водителде реанимацияға һалып, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Бер тәүлектән һуң 35 йәшлек ир иҫенә килгән, һөйләшә башлаған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Уның хәлен табиптар әлегә ауыр тип баһалай.
Фото:социаль селтәрҙән.