

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Йәш быуын Геройҙары" форумы үтте. Сарала республикала быйыл батырлыҡ күрһәткән барыһы ла бүләкләнгән. Кемдеңдер ғүмеренә хәүеф янағанда, тап улар ҡыйыулыҡ күрһәтеп, үҙен аямайса ҡотҡарыуға ташланған. Шулай уҡ проект нигеҙендә "Арабыҙҙағы Геройҙар" фильмы төшөрөлдө, уның премьераһы форумда үтте.
Башҡортостан Йәш гвардияһы ошондай форматтағы илһөйәрлек проектын 2018 йылдан алып тормошҡа ашыра.
"Быйыл 30 кеше бүләкләнде. Улар — киҫкен хәлдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаған, башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған балалар һәм йәштәр: тәүге медицина ярҙамы күрһәтәләр, янғындан сығаралар, ҡайһы берҙә хатта олораҡ һәм ауырыраҡтарҙы ла һыуҙан сығаралар. Ундай геройҙар күп, әммә йышыраҡ улар киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ булып ҡала. Был форматтағы проект ошондай шәхестәр тураһында йышыраҡ һөйләргә, уларҙың батырлығында йәш быуынды тәрбиәләргә мөмкинлек бирә", – ти "Берҙәм Рәсәй" партияһының Йәш гвардияһы етәксеһе Оскар Лютов.
Йәш геройҙарға иҫтәлекле бүләктәрҙе лә билдәле кешеләр, үҙҙәренең миҫалында тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә күп көс һалған кешеләр тапшырҙы: "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай спикеры урынбаҫары, "Берҙәм Рәсәй" төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәдинуров, Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов һәм башҡалар.
Проект Башҡортостанда йәшәгән геройҙар тураһында мәғлүмәт менән социаль реклама урынлаштырыуҙы ла үҙ эсенә ала: "Йәш быуын геройҙары" документаль фильмын төшөрөү; иллюстрациялы китап, артабан балалар социаль учреждениеларына тәҡдим ителә һәм таратыла.
Геройҙар исемлеге:
"Беренсе ярҙам күрһәтеү" номинацияһы
"Һыуҙа ҡотҡарыу" номинацияһы
"Һыуҙа ҡотҡарыу" номинацияһы
"Янғын осрағында ҡотҡарыу" номинацияһы
"Урман янғындарын һүндереү" номинацияһы
"Мәрхәмәтлелек" номинацияһы
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.