Геройҙар дәүере
28 Декабрь 2021, 06:00

"Мин “ҡамсылай” торған етәксе түгел…”

Уколдың 50 мең һумдан ашыу тороуын иҫәпләһәң, бер ауырыуҙы дауалауға күпме финанс сығымы кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Тик, үкенескә ҡаршы, был ҡиммәтле дарыуҙар ҙа йыш ҡына әжәлдән ҡотҡара алмай.

"Мин “ҡамсылай” торған етәксе түгел…”"Мин “ҡамсылай” торған етәксе түгел…”
"Мин “ҡамсылай” торған етәксе түгел…”

Өфөләге 18-се дауахананың көсөргәнешле хеҙмәт көнө-төнө дауам иткән, ҡыл өҫтөндә торған ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ныҡышмалы көрәш барған, йыш ҡына ауыр кисерештәр, хис-тойғолар хакимлек иткән реанимация бүлексәһе менән танышайыҡ.

Уның хужаһы Айрат Рәйес улы Вәлиәхмәтов элек реанимация бокстары урынлашҡан, хәҙер “таҙа зона” иҫәпләнгән ҡатҡа алып килде. Һәр ерҙә дауаханаларға хас аҡ стеналар, стерилле, таҙалыҡ хөкөм һөргән иркен коридорҙар... Тәрән тынлыҡҡа сумған медицина учреждениеһы ығы-зығыһыҙ ҡаршыланы. Беҙ көткән йәнлелек тойолмай.

“Ковид сирлеләр өсөн алтынсы ҡатта айырым бүлексә булдырылды, сөнки  пациенттар күп. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан имгәнеүҙәр, йөрәк-ҡан тамырҙары, гинекология сирҙәре,  юл-транспорт ваҡиғаһына юлығыусылар ошонда килтерелә. Айырыуса октябрь-ноябрь айҙары бик көсөргәнешле булды, тәүлегенә 70-80 пациентты ҡабул иттек. Әле  бер аҙ кәмей төштө, бөгөн, мәҫәлән, 32 ауырыуҙы килтерҙеләр,” - ти бүлексә мөдире Айрат Рәйес улы.  

Тынғыһыҙ эш көнөнән һуң ваҡыт табып, матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға, ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән табиптарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Быйыл Пирогов ордены менән наградланған Айрат Рәйес улының портреты оҙаҡ ҡына башҡа хеҙмәттәштәренеке менән бергә Өфө урамдарын биҙәп торҙо. “Рәхмәт, доктор!” тигән акция барышында хеҙмәткә лайыҡ, заман геройҙары менән шул рәүешле булһа ла бер аҙ танышҡайныҡ инде.

Дәүләкән районында тыуып үҫкән буласаҡ табип Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң тап ошо 18-се ҡала дауаханаһына эшкә урынлаша. Ошо көнгәсә анестезиолог-реаниматолог, хәҙер инде реанимация бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡара.

– Айрат Рәйес улы, егерме биш йыл буйына медицина тармағының иң ауыр, ҡатмарлы өлкәһендә эшләүегеҙ хайран ҡалырлыҡ.  Был “ҡаҙанда” ҡайнап,  ни тиклем  көслө сынығыу алһағыҙ ҙа, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға күнекһәгеҙ ҙә, һөнәрегеҙҙең  белгес һәләтенә генә бәйле, уның халәтенән генә торған нескә урындары барҙыр, моғайын?

– Реанимациялағы эш физик яҡтан да, әхләҡи яҡтан да ауыр, быны инҡар итеп булмай. Айырыуса тормош тәжрибәһе булмаған, һөнәрен тулыһынса үҙләштереп етмәгән йәштәргә ауырға тура килә. Профессиональ яҡтан  тиҙ яныуға дусар улар. Шулай ҙа анестезиолог-реаниматолог өсөн иң ҡыйыны – дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн ваҡыттың тығыҙлығы. Бик тиҙ башты эшләтергә, иң хәүефһеҙ юлды һайларға кәрәк. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн наркоз биреү, операция мәлендә пациенттың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү, тейешле кимәлдә ҡан запасы булдырыу – барыһы ла мөһим.

Инсульт йәки инфаркт кисергән, шул уҡ ваҡытта ковид йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалауҙы бергә алып барабыҙ. Кеше инфаркт кисергән икән, минималь тикшеренеү саралары үткәрелә: электр кардиограммаһы, ҡан анализдары алына, коронарография үткәрелә, ҡан тамырҙарында тромбтар юҡмы, тамырҙар зарарланмағанмы, тараймағанмы, төйөрсәләр юҡмы – барыһы тикшерелә. Кәрәк икән, стент ҡуйыла йәки тромбоэкстракция үткәрелә. Кеше реанимацияла бер-ике  тәүлек күҙәтеү аҫтында булғандан һуң, ғүмеренә хәүеф янамағанда, ғәҙәти палатаға күсерелә. Тик ҡан баҫымы, пульсы, тын алыуы нормала булырға тейеш. Ковид-госпиталь өсөн реанимацияла 40 урын булдырылған. Һәр ауырыу табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында. Электр кардиограммаһы йыш яһала, сатурациялары, пульсы, ҡан баҫымы даими тикшерелә. Шәфҡәт туташтары һағы реанимация палатаһы эсендә, 24 сәғәт буйы улар ауырыуҙарҙан күҙҙәрен дә алмай.

– Коллективығыҙ вирусҡа бирешмәйме? Иң ҙур хәүеф ошо “ҡыҙыл зона”ла бит.

– Былтыр барыбыҙ ҙа тиерлек коронавирус инфекцияһын йоҡторҙоҡ,  ауырыштыҡ. Һауыҡҡандан һуң вакцина яһаттыҡ. Табиптарҙың арып-талсығыуы, профессиональ яныуы беҙгә лә хас. Кеше хеҙмәтенең емешен күрер өсөн белемен, көсөн, энергияһын түгә, тик ҡайһы саҡ тырышлыҡ көткән һөҙөмтәне бирмәй. Хеҙмәтенең бушҡа түгелеүен күргән табипта йыш ҡына һөнәргә хас яныу билдәләре күренә башлай. Мәҫәлән, ул пациент күрергә теләгән дәрәжәлә уға иғтибар күрһәтә һәм күңел йылыһын бирә алмай. Шуға күрә мөдир булараҡ минең төп бурыстарымдың береһе – эште дауалау сифатына зарар килтермәҫлек итеп, мөмкин тиклем уңайлы ойоштороу, ялды дөрөҫ планлаштырыу, дәртләндереү сараларын уйлап табыу.

Ковид-госпиталдә эшләүҙең йәш белгестәр өсөн сынығыу, тәжрибә туплау мәктәбе булыуын  да танырға кәрәк. Бында бер аҙнала күргән-кисергәнде һәм алған тәжрибәңде ғәҙәттәге ваҡытта бер йыл эсендә лә туплай алмаясаҡһың.

– Айрат Рәйес улы, быйыл матбуғат баҫмаларында 18-се дауахана эшмәкәрлегенә дәғүә белдергән яҙмалар ҙа күренгеләне. Хәйер, башҡа дауалау учреждениелары ла “өлөшһөҙ” ҡалмай. Бындай ялыуҙарҙың нигеҙе бармы?

– Дүртенсе тулҡындың үтә ауыр булыуы сер түгел. Быны бөтә бүлексә хеҙмәткәрҙәре лә яҡшы тойҙо. Стационар пациенттар менән шығырым тулды, бер осор беҙҙә 522 ауырыу дауаланды. Әйтеүемсә, 18-се дауахана – ҡаты сирләгән ковид-ауырыуҙарҙы үҙ яуаплылығына алған иң ҙур дауахана. Контингенттың үҙе лә бик “ауырайҙы”. Сәбәбен әлегә асыҡлап  булмай, бәлки, вирус штамы үҙгәргәндер, бәлки, миҙгелгә хас вируслы сирҙәр ҡушылып  ковидты көсәйткәндер. Кислородҡа бәйле ауырыуҙар артты, дауаханаға килеп инеүҙәре менән уларҙың 70 процентына кислород ярҙамы талап ителде. Ҡаты ауырыуҙар күп булғас, юғалтыуҙар ҙа арта, ә был хәл менән килешеүе  беҙгә лә бик ауыр. Йыш ҡына мәкерле вирусҡа микробтар ҡушыла, шунан сепсис башлана, аҙаҡ үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырырға тура килә. Беҙ бит ыңғай хәлдәргә ҡарағанда күңелһеҙ ваҡиғаларға нығыраҡ иғтибар йүнәлтәбеҙ. Реаниматологтар үпкәһенең йөҙ проценты зарарланған пациенттарҙы ла  аяҡҡа баҫтырыуҙары,  ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә торған әллә күпме кешене үлем тырнағынан алып ҡалыуҙары менән һис ғорурланмай, бары үҙҙәренең көндәлек эше тип иҫәпләй.

Үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған,  йәшәүгә өмөтө ҡалмаған  бер ауырыуҙы айҙан ашыу дауалап, һауыҡтыра алдыҡ. Бындай һөйөнөслө ваҡиғалар ярайһы күп булһа ла, күңелде яралағандары,  хафаландырғандары, әрнеткәндәре йөрәктә нығыраҡ ҡала. Һәр пациентҡа берҙәй тигеҙ ҡараш һәм иғтибар бүленә, дарыуҙар сикләнмәй, олоһона ла, кесеһенә лә тейешле препараттар тәғәйенләнеүенә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәләр төрлөсә булыуы мөмкин. Беҙҙең дауахана бөтә кәрәкле ҡорамалдар, дарыуҙар менән һәйбәт тәьмин ителгән, сөнки уларҙы һатып алыр өсөн аҡсабыҙ етерлек. Антибиотиктар, коагулянттар үтә ҡиммәтле булһа ла, һәр саҡ запас  бар. 0,4 миллилитрлыҡ уколдың 50 мең һумдан ашыу тороуын иҫәпләһәң, бер ауырыуҙы дауалауға күпме финанс сығымы кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Тик, үкенескә ҡаршы, был ҡиммәтле дарыуҙар ҙа йыш ҡына әжәлдән ҡотҡара алмай…

Ауырыуҙарҙың да төрлөһө бар, сирҙең ни тиклем мәкерле булыуын аңлап етмәгәндәре етерлек. Кислород  аппараты аҫында ятҡан пациент хәленең бер аҙ яҡшырыуын тойоп, үҙен өйгә ҡайтарыуҙарын һорап ялына башлай. Ысынлап та, һүҙен тыңлап ҡайтарып ебәрһәң, өйөндә бер нисә сәғәт тә тормай һәләк буласаҡ. Ауырыуҙарҙың 90-95 проценты кислород аҫтында ята беҙҙә.

– Һеҙҙең өсөн дә пандемия йылдары мул тәжрибә туплау дәүере булғандар. Ауырыуҙарҙың клиникаһы күҙ алдығыҙҙан үтә, пациенттың сир тарихын бергәләп яҙаһығыҙ, даими күҙәтеүҙәр алып бараһығыҙ. Киләсәктә ғилми эш менән шөғөлләнергә уй-теләгегеҙ юҡмы?

– Мин ҡулымдан килгән ысынбарлыҡтағы эш менән шөғөлләнергә яратам, яҙыу-һыҙыуға ҡәҙерле ваҡытымды сарыф иткем килмәй. Өҫтәүенә һуңғы ваҡытта фән кандидаттары, диссертация яҙыусылар  самаһыҙ  артты, бәлки, шуғалыр ҙа был ғилми хеҙмәттәрҙең бер ни тиклем баһаһы төштө. Скальпель тоторға саҡ өйрәнгән белгестәрҙең диссертацияға тотоноуы хатта ҡайһы саҡ аптырашта ҡалдыра. Мин әлегә  үҙемде ошо  тынғыһыҙ реанимация бүлексәһенән башҡа күҙ алдыма килтерә алмайым.

– Ғәҙәттә кешеләр түрәләрҙе, начальниктарҙы өнәп еткермәй, әммә был вазифаға үҙҙәрен тәҡдим итһәләр, моғайын, баш тартмаҫтар ине лә...  Бер яҡтан, етәксе вазифаһы күпселек өсөн кире тойғолар тыуҙырһа, икенселәр уның бик яуаплы һәм абруйлы  булыуын таный. Көслө лидерҙар ҡул аҫтындағы һәр эшһөйәрҙе үҫтерә, һәләтлеләргә юл бирә, яҡшы идеяларҙы хуплай белә. Ҡайһы бер етәкселәр абруйҙы хеҙмәткәрҙәрен “ҡамсылап”, кемдер “перәник” биреп, яҡшы мөхит, уңайлы шарттар тыуҙырып яулай. Артыҡ “йомшаҡ”тарҙы ла, мәсьәләләрҙе үҙе генә хәл итергә тырышҡан “ҡаты ҡуллы”ларҙы ла халыҡ үҙ итмәй. Ә һеҙ ниндәй етәксе?

– Беҙҙең эштә “ҡамсылап” йәки команда биреп кенә хеҙмәткәрҙәрҙе ойоштороп булыуы икеле. Мин кешеләргә йылы мөнәсәбәттә булырға тырышам. Үҙемде “шәфҡәтле етәксе”ләрҙең береһе тип иҫәпләйем. Бүлексәнең эшмәкәрлеген контролләйем, тәғәйенләнгән дауаларға үҙгәрештәр  индерәм, һәр ауырыуҙың хәлен күҙ уңында тотам. Төнгө сменаға килгән медицина хеҙмәткәрҙәре, үҙҙәренең эшен күҙәткән начальник булмауға ҡарамаҫтан,  ваҡытты керпек тә ҡаҡмай  эш өҫтөндә үткәрә. “Ҡыҙыл зона”ла ял итергә кушетка ла, эсергә һыу ҙа юҡ.  Мәҫәлән, ошо төндә генә ун ауырыуҙы ҡабул иткәндәр, һәр береһенә дауа тәғәйенләп, тәүге медицина ярҙамы күрһәткәндәр. Уларҙың береһенең дә мине уңайһыҙ, көтөлмәгән хәлгә ҡуймаясағына ышанам. Бөтәһе лә үҙҙәренең ниндәй көсөргәнешле, яуаплы урында эшләүен яҡшы белә, тәжрибәләре етерлек. Шуға күрә ялға киткәндә икеләнеүһеҙ-ҡурҡыуһыҙ эшемде улар иңенә йөкмәтәм.

– Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, ҡышҡы һалҡында ҡайҙа юл тотмаҡсы булдығыҙ?

– Ваҡытында ял итеү, көндәлек мәшәҡәттәрҙән аҙға булһа ла арыныу табиптарға ғына түгел, һәммә кешегә фарыз. Йылы яҡҡа сәфәргә сығырға ине ниәтебеҙ. Тормош иптәшем Гөлнара Марат ҡыҙы ошо уҡ дауаханала терапевт булып эшләй. Беҙ ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Утыҙлаған илдә сәфәрҙә булдым, донъя менән танышыу, ер-һыу күреү аң даирәһен киңәйтә, яңы дәрт-уйҙар,  идеялар менән һағынып ҡайтам Башҡортостанға.

Мин машина менән сәйәхәткә сығырға ғәҙәтләнгәнмен. Ҡайһы ерҙә теләйһең, шунда туҡтайһың, аралашаһың. Эстонияның Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде ҡыҙыҡһынып та, көнләшеп тә ҡараныҡ. Занзибарҙа, телде белмәһәк тә, кескәй африкандар менән дуҫлашыуыбыҙ хәтергә  уйылып ҡалды. Һәр ерҙә яҡшылыҡ, яҡтылыҡ, мәрхәмәтлек өлгөләрен күреп, хис-тойғоларға байып ҡайтам.

– Яңы йыл барыбыҙға ла уңыштар алып килһен! Имен-һау булайыҡ. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айрат Рәйес улы!

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас