Геройҙар дәүере
31 Декабрь 2021, 15:00

Данирға бүләккә - электр самокаты

Әбйәлил районынан 15 йәшлек үҫмер быйыл һыуға батып барған баланы ҡотҡара.

Данирға бүләккә - электр самокатыДанирға бүләккә - электр самокаты
Данирға бүләккә - электр самокаты

“Теләктәр шыршыһы” проектына ярашлы, 82-се округ буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Гимбатов Әбйәлил районының Рауил ауылында йәшәгән Данир Мөхәмәҙиевте бүләкләне. Был электр самокатын “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма советында депутат ярҙамсыһы Яков Кугубаев тапшырҙы.

15 йәшлек Данир Мөхәмәҙиев күп балалы ғаиләлә үҫә. Быйыл йәй ул батырлыҡ эшләй – һыуға батып барған малайҙы ҡотҡара.

"Был акцияға ҙур теләк менән ҡушылдым. Партия линияһы буйынса бәләкәй граждандарыбыҙға яҡшылыҡ эшләүгә һәм Ҡыш бабай ролендә сығыш яһауға яҡшы сәбәп ул", – тип билдәләне Андрей Гимбатов.

Билдәле булыуынса, “Теләктәр шыршыһы” хәйриә акцияһы 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән башланды. Унда ҡатнашырға теләгәндәр Ёлкажеланий.рф порталында теркәлергә һәм акцияла ҡатнашҡан етем, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балаларға, физик мөмкинлеге сикләнгән һәм ауыр сирҙән яфаланғандарға ярҙам итә ала. Башҡортостанда был акцияға 531 кеше ҡушылған – Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар.       

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас