Геройҙар дәүере
3 Января 2022, 13:00

96-сы лицей батырҙары менән ғорурлана!

Тимур менән Илья һыуҙа батып барған ун йәшлек малайҙы ҡотҡарыу өсөн ярҙамға ташлана...

96-сы лицей батырҙары менән ғорурлана!96-сы лицей батырҙары менән ғорурлана!
96-сы лицей батырҙары менән ғорурлана!

2021 йылдың аҙағында республиканың  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Өфөләге 96-сы лицей уҡыусыларын “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланы.Серафим Кудисов, Тимур Вилданов һәм Илья Гузаков  – лицей ғорурлығы!

Геройҙарҙың береһе Серафим Кудисов Иван Якутов исемендәге парктағы күлдә боҙ аҫтына китә яҙған ҡыҙ баланы ҡотҡарыуҙа ярҙам итә. Бәләгә тарыған баланы күреп ҡалып, тәүҙә ярҙамға дүрт бала атаһы Денис Наумчик  ташлана. Һыуҙа сәбәләнгән ҡыҙҙы тартып сығарыуы ауыр була, йоҡа боҙҙоң ватылып тороуы арҡаһында үҙе лә һыуға бата. Дәрестән ҡайтып барыусы Серафим дуҫы Максим Ғимаев менән иргә ярҙамға ашыға.  Серафим сумкаһын иргә һуҙып, уларҙы  көс-хәл менән ярға сығырға булыша...

Ошондай уҡ күңелһеҙ ваҡиға яңыраҡ тағы ҡабатлана. Тимур менән Илья  ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетеп,  һыуҙа батып барған ун йәшлек малайҙы ҡотҡара. Һөйләүе генә рәхәт, ваҡиғаны күҙ алдына килтереү менән уларға ниндәй хәүеф янағанын аңлайһың. 96-сы лицей  коллективы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы ҡыйыу уҡыусылары менән сикһеҙ ғорурлана  һәм уларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән ата-әсәләренә ҙур рәхмәт белдерә.

Фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас