

Тыуған ауылым Наурыҙ әллә күпме эшлекле, талантлы, егәрле ул-ҡыҙҙар үҫтергән, төрлө өлкәлә фиҙакәр хеҙмәт итеп, улар йәнтөйәктәрен генә түгел, республикабыҙҙы, илебеҙҙе лә данлай. Бәләкәй генә ауылдан өс тиҫтәнән ашыу атҡаҙанған хеҙмәткәр сығыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Әммә ул-ҡыҙҙары менән генә түгел, билдәле килен-кейәүҙәре менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ауылым.
Шуларҙың береһе – ярты ғүмерен кешеләрҙе дауалауға, тән һәм йән сихәте өләшеүгә арнаған Рима Исламова. 45 йыл эсендә күпме ауырыуҙы аяҡҡа баҫтыра, нисәмә быуын сабыйҙарға донъяға килергә, ҡатындарға әсә булыу бәхетенә өлгәшергә ярҙам итә, дарыу менән генә түгел, йылы һүҙе, асыҡ йөҙө, кәңәштәре менән дә дауалай Наурыҙ килене.
Буласаҡ табибә Саҡмағош районының Яңыбирҙе ауылында ете балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бала сағынан әүҙем, егәрле, ата-әсәһенең уң ҡулы булып буй еткерә. Күрше-тирәләге балалар менән уйнаған сағында, гел табип булып үҙенән кесерәктәрҙе “дауалай” ҡыҙ.
Рәжәп урта мәктәбендә уҡығанында ла башҡа тиҫтерҙәренән зирәклеге, һәр нәмәне төптән өйрәнеп, төшөнөргә тырышыуы менән айырылып тора. Күңел түрендә сер итеп кенә һаҡлаған хыялы ла була Риманың – уҡып, табип һөнәренә эйә булып, кешеләргә ярҙам итергә тигән маҡсат ҡуя ул үҙенә.
Ата-әсәһенән фатиха алып, ҡыҙ баш ҡалаға йүнәлә, Башҡортостан дәүләт медицина институтының дауалау бүлегенә уҡырға инә. Биш йыл дауамында тырышып-тырмашып медицина серҙәренә төшөнә ул. Көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булып танылған остаздарының һәр дәресен көтөп алып, өйрәткәндәрен йотлоғоп тыңлап уҡый ҡыҙ. Баш ҡала дауаханаларындағы билдәле ғалимдар, тәжрибәле табиптар етәкселегендәге практик күнекмәләрҙә, операцияларҙа, дауалау семинарҙарында үҙен һынап, ҙур тәжрибә туплай. Юғары уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, бигерәк тә спортта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә – еңел атлетика, саңғы ярыштарында ал бирмәй.
Дипломлы белгесте эшкә Учалы районының Наурыҙ ауылына ебәрәләр.
– Учалыға тәүге тапҡыр килеп төшөүемде бөгөнгө кеүек хәтерләйем, 1957 йылдың алтын көҙө ине. Тимер юл станцияһынан Наурыҙға тиклем ярты юлды “полуторка” йөк машинаһында, һуңынан Европа-Азия күперенә тиклем пар ат егелгән ылауҙа килдек, артабан ауылға тиклем йәйәү атланым. Зифа ҡайындарға, бейек тауҙарға, уралып-уралып аҡҡан Яйыҡ йылғаһына һоҡланып барыуым һаман иҫемдә, – тип хәтирәләргә бирелә һүрәтләмә геройы.
Ул ваҡытта “Байрамғол” МТС-ының гөрләп торған ваҡыты була. Унда дауахана, икмәкхана, эшселәр өсөн “фин” йорттары, магазин, хатта мунса ла төҙөлгән була.
Шулай хеҙмәт юлын Наурыҙ ауылының МТС янында урынлашҡан дауахананың баш табибы булып башлап ебәрә Рима Исламова. Ауыл халҡы ла йәш дипломлы белгесте бик йылы ҡаршы ала.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Рима Хәйҙәр ҡыҙы үҙен эшлекле, талапсан, ойоштороу һәләтенә эйә етәксе итеп таныта. Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға, дауалау сифатын яҡшыртыуға, көслө һәм берҙәм коллектив туплауға ҙур көс һала. Үҙ һөнәрен биш бармағындай яҡшы белгән табип булараҡ та абруй яулай. Хирург та, окулист та, акушер ҙа, теш дауалаусы ла булырға тура килә уға.
Ғүмерлек тормош юлдашын да Рима Исламова Наурыҙ ауылында осрата. Һалдат бурысын үтәп ҡайтып, мәктәптә уҡытыусы булып хеҙмәт юлы башлаған Үзбәк Ғибәҙәтов менән яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр, өс балаға ғүмер бүләк итәләр.
1967 йылда ғаилә Уральск ҡасабаһына күсенә, ярайһы тәжрибә туплаған табипты участка дауаханаһына эшкә тәғәйенләйҙәр.
– Ул дәүерҙә ауылдарҙа трахома ауырыуы ныҡ таралғайны. Бөтә коллектив менән шул зәхмәткә ҡаршы көрәштек. Аҙнаның өс көнөндә урындарға сығып, иҫкәртеү саралары ойоштора торғайныҡ. Хәлдәре ауыр булғандарҙы ат арбаһына һалып, дауаханаға килтерә инек, – тип хәтирәләргә бирелә ветеран-табип.
Уральск дауаханаһына ике тиҫтәгә яҡын ауыл ҡарай. Ауылдар араһы ла байтаҡ саҡрымға һуҙылған. Ул йылдарҙа юлдарҙың торошо ла насар була. Ауыр хәлдә булғандарҙы, тулғағы тота башлаған ҡатындарҙы йыраҡ ауылдарҙан участка дауаханаһына килтереп еткереү мөмкин булмаған хәлдә, Рима Хәйҙәр ҡыҙына, бар кәрәк-ярағын тотоп, йыш ҡына үҙенә юлға сығырға тура килә. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, төнөн дә, көндөҙ ҙә кешене ҡотҡарыу маҡсаты алға баҫа. Ауыр хәлдәге кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған осраҡтары бихисап фиҙакәр табиптың.
Оҫта табип, дауалап ҡына ҡалмайынса, ғаиләләр яҙмышын үҙенекеләй ҡабул итеп, артабан да уларҙың сәләмәтлеге һағында тора. Кәңәштәре менән ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға тырыша. Йыш ҡына Рима Хәйҙәр ҡыҙына психолог та булырға тура килә. Дарыу, уколдар менән генә түгел, йылы һүҙе, ихласлығы менән дә дауалай ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Рима Исламова Уральск участка дауаханаһында хеҙмәт итә. Йәмәғәт эшендә әүҙем, абруй ҡаҙанған табипты яҡташтары бер нисә саҡырылыш район советы депутаты итеп һайлайҙар. Уның уңышлы хеҙмәтен төрлө почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы дәлилләй. Рима Хәйҙәр ҡыҙы “СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ була.
Әлбиттә, уны күҙ ҡарашынан аңлап, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡындарының да табиптың уңыштарында өлөшө ҙур. Үзбәк Мофассал улы оҙаҡ йылдар “Байрамғол” совхозының профсоюз комитеты рәйесе булып, үҙен оҫта етәксе итеп таныта. Илле йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисерә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы мәрхүм инде.
“Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тип юҡҡа әйтелмәгән. Тырыш, маҡсаттарға ынтылыусан булып буй еткергән балалары ла, тормошта үҙ урындарын табып, ныҡлы ғаилә ҡоралар, балалар үҫтерәләр.
Оло улдары әсәһенең һөнәрен һайлай. Учалыла уны эшлекле етәксе, яҡшы невролог булараҡ беләләр. Рәмил Үзбәк улы оҙаҡ йылдар Учалы ҡала дауаханаһында, “Урал” балалар шифаханаһында баш табип булып эшләй, бер нисә саҡырылыш район советы депутаты итеп һайлана.
Ҡыҙҙары ла, табип һөнәренә уҡып, Уральск участка дауаханаһында педиатр була. Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыу Резеда Үзбәк ҡыҙын яҡты донъяларҙан бик иртә алып китә. Кинйә улдары Рәил иһә Төркиәлә Бурса университетын тамамлап, инженер булып эшләй, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй.
Бөгөн Рима Хәйҙәр ҡыҙы, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлығын, ҡәҙер-хәстәрен күреп, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп, кинйә малайы ҡарауында бәхетле ғүмер кисерә. Уның бер ейәне менән бер ейәнсәре лә табип һөнәрен һайлаған, тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй.
Оҙаҡ йылдар “Байрамғол” төбәге халҡының сәләмәтлеге һағында торған аҡ халатлы фәрештәне яҡташтары әле лә хөрмәт менән телгә ала – уның йылы ҡулдары аша үткән, һөнәр оҫталығы арҡаһында аяҡҡан баҫҡан меңәрләгән кеше Рима Хәйҙәр ҡыҙына рәхмәтле.
Ошо көндәрҙә ул 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Бәхетле, оҙон ғүмер – Хоҙай ҡөҙрәте, яҙмыш бүләге. Күпте күргән, күпте кисергән, кешеләргә гел игелек ҡылған халыҡ табибы быға лайыҡлы, әлбиттә.
Римма СОЛТАНОВА.