Геройҙар дәүере
21 Ғинуар 2022, 05:12

“Файҙалы кеше булғым килде…”

Әлиә Камилйәнованың ғаилә архивынанӘлиә Камилйәнованың ғаилә архивынан
Фото:Әлиә Камилйәнованың ғаилә архивынан

– Медицинаға килеүем осраҡлы түгел. Мин бәләкәй саҡтан кешеләргә ярҙам итергә тырыштым. Заманы шулай булды. Ул ваҡытта ауылда фельдшер абруйлы, әһәмиәтле, дәрәжәле һәм кәрәкле һөнәр ине. Ә минең тиҙерәк файҙалы кеше булғым килде, – ти Әлиә ханым.

Ул, бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырып, Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Ә инде ҡулына диплом алғас, район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан Ҡомъяҙы ауылына медицина хеҙмәткәре булып эшкә ҡайта. Шулай итеп, уның тынғыһыҙ һәм яуаплы көндәре башлана.

– Ул мәлдәрҙе иҫемә төшөрһәм, тәнемә һалҡын йүгерә. Башлап китеүе әкиәт кеүек булды ул. Үҙем ултырасаҡ бүлмәгә уҙҙым һәм шул саҡта элекке эш урынымды, хеҙ­мәттәштәремде һағынып та өлгөр­ҙөм, шулай уҡ алда торған мәсьә­ләләрҙең ни хәтлем ҡатмарлы һәм еңелдән булмаясағын аңланым. Миңә тиклем акушерка булып Кәтифә апай Динисламова, фельдшер булып Вәсимә Мирғәева эшләне, Фәрдәнә Мирғәева санитарка ине, – тип ауылдағы тәүге эш көнөн хәҙер ҙур һағыныу менән иҫкә ала. Аҙаҡ инде уға санитарка Инзилә Мәснәүи ҡыҙы Гәрәева менән оҙаҡ эшләргә насип итә.

Ул саҡта, йәш булһа ла, бик аҡыллы итеп телмәр тота: “Ауырыуҙар беҙҙән ярҙам көтөп, өмөт менән килә. Табиптарға булған, быуаттарҙан килгән хөрмәтте юғалтмаһаҡ ине, ҡыҙҙар!”

Әлиәгә яҙмыш йылмая. Үҙ ауылында тормош иптәшен тапты. Ҡатынының эше үҙенсәлектәрен аңлаған оло йөрәкле егетте осратты. Рәсих Камилйәнов һөнәре буйынса – тракторсы-машинист, водитель. Бына инде 40 йыл ул Әлиәгә ярҙам итеп, уның хәстәрлектәрен уртаҡлашып йәшәй. Көн тимәй, төн тимәй, икәүләшеп машинаға ултыралар ҙа ауырыу янына ашығалар. Бына ул – ғаиләлә фекерҙәр берҙәмлеге.

Әлиә Миңлеғәли ҡыҙы 634 кешегә ярҙам күрһәтә: 530-ы – Ҡомъяҙыла, 104-е – күрше Туҡтай ауылында. Быйыл ауылда һигеҙ бала тыуған. Төп ҡыуаныслы күрһәткес ошолор, моғайын. Тимәк, ауыл йәшәй, уның киләсәге бар. Яңы тыуған бала ал­тынға тиң хәҙер. Демографик хәлде көйләр өсөн дәүләт етди саралар күрә. Ғиниәтуллиндар ғаиләһендә бишенсе бәпес донъяға ауаз һалған.

Ауыл элек-электән илде туй­ҙырған бит, шуға ла ауылдарҙа фельд­шер-акушерлыҡ пункттары асыу – көн талабы. Район үҙәк дауаханаһына барып, сиратҡа яҙы­лып, анализдар тапшырыу бик күп ваҡытты ала. Һүҙ юҡ, консультация кәрәк, дөрөҫ диагноз – ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа дөрөҫ аҙым. Ә урындағы фельдшер бар яҡлап та әҙерлекле һөнәрмән булырға тейеш. Ашығыс ярҙам күрһәтеүҙең беренсе баҫҡысында ул тора бит. Фельдшер тәжрибәле һәм талап ителгән барлыҡ беренсе ярҙамды күрһәтә алырға тейеш, сөнки табип килеп еткәнсе, ауырыуҙы дауаханаға алып барғансы төрлө хәлдәр булыуы ихтимал.

Бөгөн ауылда 18 йәшкәсә 118 бала бар. Шулай уҡ 41 кеше – инвалид, 139 пенсионер айырыуса иғтибар талап итә, шулай уҡ хеҙмәткә яраҡлы 351 кеше йәшәй. Заманында меңгә яҡын кеше йәшәгән был ауылда халыҡ һанының кәмеүе һиҙелә.

“Алға бармаһаң, артта ҡалаһың” тигән девиз менән йәшәй Әлиә Миңлеғәли ҡыҙы. Өфө ҡалаһында бер йыллыҡ махсус курстарҙа белемен камиллаштырып ҡайтты. Ул, ғәмәли, көндәлек күҙәтеүҙәр күҙлегенән сығып, йәш кенә ханымдарҙың сәскә кеүек йәшәр ваҡытында дауаханаға эләгеүе өсөн бик борсола. Гормональ үҙгәрештәр, организмдың иртә ҡартайыуы күптәрҙе борсоуға һала. Медицина үҫешә, яңы технологиялар барлыҡҡа килә, диагноз ҡуйыу өсөн фәнни алымдар ҡулланыла. Район дауаханаһы яңы спектрҙағы медицина аппараттары менән тәьмин ителгән. 

Әлиә Камилйәнова тормошҡа һәр саҡ ыңғай ҡарашта.

– Һәр көн ниндәй ҙә булһа яңылыҡҡа өйрәнергә кәрәк. Иртәгә эшкә барыр өсөн тәжрибәм дә, белемем дә етерлек булырға тейеш. Нимәгә тотонһаң да, яҡшы итеп эшләргә. Мин үҙем һәр нәмәгә үтә яуаплылыҡ менән ҡарайым, беҙҙең ҡулда кеше ғүмере бит, – ти Әлиә ханым.

“Иң беренсе сиратта мин медицина хеҙмәткәре”, тигән фекерҙе йыш ҡабатлай ул.

– Йылдар үтә, тәжрибә туплана. Һәр мәсьәләгә табип күҙлегенән ҡарайым, Гиппократ анты – йөрәк­тә, йәндә, күңелдә. Ғөмүмән, кешегә тауыш күтәрмәйем, иң мөһиме – тыныслыҡ. Миңә ҡалһа, һәр фельдшер оҫта психотерапевт булырға бурыслы, башлап сирҙе түгел, ә сирленең үҙен, уның эске донъя­һын, күңел даръяһын тәртипкә һалырға кәрәк. Ауырыу кеше үҙенә лә, һиңә лә, һауығыуына ныҡлап ышанырға тейеш. Заман медици­наһының аксиомаһы шундай. Һәр ерҙә тәртипте, таҙалыҡты яратам. Үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡарған санитарканы – инде һыналған Гөлфирә Фаил ҡыҙы Риз­ванованы ихтирам итәм, – ти аҡ халатлы фәрештә.

Әлиә Миңлеғәли ҡыҙын йәше-ҡарты ихтирам итә. Юғары категориялы фельдшер Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Киләсәктә лә хеҙмәтенән йәм табып, ауылдаштарын дауалап йәшәүен теләйек.

 

Хәнис ХӘЗИМОВ.

 

Балтас районы.

Читайте нас