

Руслан Ғүмәров – заман геройы. Пандемия башланыу менән тәүгеләрҙән булып алғы һыҙыҡҡа баҫҡан табип. 2020 йылдың июнендә ул БДМУ-ның күсмә бригадаһы составында яңы сиргә ҡаршы көрәшеү, ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына табиптар менән тәжрибә уртаҡлашырға барып ҡайтты. Юғары категориялы табип-терапевҡа “Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Былтыр көҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Пирогов ордены алды. Был орден табиптар араһында юғары баһалана. Әле Руслан Мансур улы Өфөнөң Дим районы клиник дауаханаһының терапия бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
Ғүмәровтарҙың ғаиләһе ишле – Гүзәл менән Руслан ете балаға ғүмер биргән. Бөгөн етенсе ҡыҙҙарын бала табыу йортонан алып ҡайттылар. Ғаиләнең бәхетле минуттарына беҙ ҙә шаһит булдыҡ.
– Бала саҡтан ишле ғаилә тураһында хыялландым. Балалар – бәхет. Улар бер-береһенә терәк-таяныс, дуҫ булып үҫә. Беҙҙең балалар әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан. Ҡыҙҙар бер нисә йыл дауамында гимнастика менән шөғөлләнде, шахмат уйнарға өйрәнделәр, фортепьяно, баян кластарына музыкаль мәктәпкә йөрөнөләр, һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә йөрөй. Малайҙар робот техникаһы менән мауыға. Буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Һәр береһенең үҙ шөғөлө. Дүрт балабыҙ мәктәптә уҡый, икәүһе әле балалар баҡсаһында, – ти хәстәрлекле атай.
– Һәр баланың тормошҡа ҡарашы үҙенсәлекле, проблеманы хәл итеү юлдарын үҙенсә табалар. Беҙ, ата-әсә булараҡ уларҙан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ, тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарау, мәсьәләне хәл итеүҙең бөтөнләй башҡаса ысулдарын эҙләү – барыһы ла балаларыбыҙ биргән һабаҡтар. Улар артабан үҫешергә, бер урында тапанмаҫҡа этәргес булып тора, - ти Гүзәл ханым.
Пандемия осоро ғаиләнең йәшәйешенә ҙур йоғонто яһай – атайҙары гел эштә. Шуға ҡарамаҫтан, Ғүмәровтарҙың өлкән ҡыҙҙары үҫкәс табип булырға хыяллана.
Етенсе туғандарын апайҙары менән ағайҙары түҙемһеҙләнеп көткән. Ғәлиә, Гөлбикә, Гөлфиә, Рамаҙан, Рәшит, Рәхим бәләкәс һеңлекәштәренә матур исем табып ҡуйған – Ғәлимә.
Ғүмәровтар ғаиләһенә бары тик уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
Лилиә НУРЕТДИНОВА.