Геройҙар дәүере
25 Ғинуар 2022, 07:30

Рәхмәт, әүҙем йәштәр!

Байрам алдынан ирекмән-студенттар бүләкләнде. 

Рәхмәт, әүҙем йәштәр!Рәхмәт, әүҙем йәштәр!
Рәхмәт, әүҙем йәштәр!

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты Рәсәй студенттары көнө йәһәтенән республика юғары уҡыу йорттарының әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған 12 студентын бүләкләне.

Осрашыуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров ҡатнашты. Белем биреү ойошмаларында ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү осрашыуҙың төп темаһы булды. Парламентарий “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр штабының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, студенттарға тормош тәжрибәһенән бик күп эшлекле кәңәштәр бирҙе: нисек яратҡан эшең менән шөғөлләнергә, нисек дөрөҫ итеп маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға табан барырға.

“Ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарҙың барыһына ла эскерһеҙ ярҙам күрһәтә. Пандемия осоронда республикала йәшәүселәр араһында ирекмәндәр ярҙамына ихтыяж ҙур булды. Эпидемияның тәүге тулҡыны башланыу менән ирекмәндәр, улар араһында студенттар ҙа, партия ағзалары ла, партия яҡлылар ҙа, вайымһыҙ булмаған кешеләр ҙә эшкә тотондо. Улар оло йәштәгеләргә һәм ҡурсаланыуҙағы кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыу, һыу ташыны, төрлөсә ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле кешеләргә реабилитация саралары алып барып тапшырылды. Күп балалы ғаиләләргә һәм ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырылды, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров. – Студенттар өсөн ректораттың уларҙың ирекмәнлек эшмәкәрлеген билдәләүе мөһим. Студенттарға ирекле эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә теләк тыуҙырыу мөһим аспект булып тора. Студенттар көнө менән ҡотлайым. Бөтә ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Һәм, ҡәҙерле ирекмәндәр, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм мохтаждарға ихлас ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм”.

Студенттар, аҙыҡ-түлек йыйылмаһын илтеп биреүҙән тыш, башҡа мөһим эштәр менән дә ярҙам итә. Яҙ көнө, Еңеү көнөн байрам итер алдынан, ирекмән студенттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе: үҫентеләр киҫте, ботаҡ һәм сүп-сар сығарҙы, ҡәберҙәрҙә ҡоймаларҙы буяны.

“Беҙ пандемияға тиклем дә мохтаждарға ярҙам иттек, – тине Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Әлиә Миәнова. – Хәҙер ҙә әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барабыҙ. Бер йылда беҙҙең сараларҙа вузыбыҙҙан ике мең самаһы студент ҡатнаша. Беҙҙең ирекмәндәр үҙәге 10 йыл эшләй. Штаб активистары Сочиҙағы Олимпиадала ирекмәндәр әҙерләүҙә ҡатнашты. Быйыл беҙгә Волейбол буйынса донъя чемпионатына ирекмәндәр әҙерләү бәхете тейҙе”.

Түңәрәк өҫтәлдә Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты студенты, вуздың ирекмәндәр штабы етәксеһе Ксения Романенко пандемия ваҡытында ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән уҡыусыларҙы дәртләндереү тәҡдимен индерҙе. Мәҫәлән, ошондай студенттар өсөн республикала йәйге һәм ҡышҡы ялды ойоштороу.

“Студенттар өсөн ирекмәнлек эшмәкәрлеге буйынса уҡыуҙар, квестар, изгелек темаһы буйынса төрлө йыйылыштар үткәрәбеҙ – бындай саралар менән беҙҙең ирекмәндәр штабына әүҙемселәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ пандемия ваҡытында ирекмәнлеккә өйрәтәбеҙ. Беҙҙең студенттар был йүнәлештә Өфөлә генә түгел, бөтә республикала эшләй”, – тине Ксения Романенко.

Студенттарҙың ирекле эшмәкәрлеге тураһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса департаменты директоры Михаил Курунов һөйләне. Шулай уҡ ул студенттарҙы байрам менән ҡотланы һәм бөтә башланғыстарында ла уңыштар теләне.

Осрашыу барышында ҡатмарлы эпидемиология шарттарында үҙҙәрен күрһәткән мәғариф учреждениелары ирекмәндәрен рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Сара ковидҡа ҡаршы бөтә талаптарҙы үтәп ойошторолдо.

Фото: "Берҙәм Рәсәй". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас