

Коронавирустың бишенсе тулҡынына бәйле йәнә ирекмәндәр ярҙамы талап ителә. Улар пандемияның тәүге айҙарында ҡурсаланыуҙа булғандарға һәм "ҡыҙыл зона"ла эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ ҡылһа, хәҙер аҙ мобилле ҡала халҡына вакцинация үткәрешеү өсөн автоирекмәндәргә ихтыяж артҡан. Транспортты урындағы хакимиәт бүлә.
Сибай ҡалаһындағы "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабы көн һайын тиҫтәләгән шылтыратыу ала һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр янына тиҙ арала барып етә. Улар хроник сирҙәрҙән интеккән 65 йәштән өлкән пенсионерҙарға дарыуҙар алып килергә ярҙам итә, сөнки ололарға хәҙер дарыу яҙҙыртыу өсөн дауаханаларға үҙҙәренә барырға рөхсәт ителмәй, шуға күрә ирекмәндәр был эште лә үҙ өҫтөнә алған.
Быйылдан штаб эшенә ҡала Советы депутаттары ла ҡушылған. Унда көн һайын береһе дежур итә, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итешә һәм үҙе лә ирекмәндәр менән бергә эшләй. Шулай уҡ штабта ҡала халҡынан килгән башҡа ғаризаларҙы ла ҡарайҙар, һөҙөмтәлә кемгәлер аҙыҡ-түлек килтереүҙә ярҙам күрһәтәләр, икенселәргә дарыу алып баралар, ҡар таҙартышалар. Шул уҡ ваҡытта төп йүнәлеш үҙгәрешһеҙ ҡала: ирекмәндәр оло йәштәгеләргә, яңғыҙ ҡалғандарға, физик мөмкинлектәре сиклеләргә һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтә.
Сибай халҡы ошо телефон һандары аша шылтырата ала: 8-987-493-27-54, 8-987-493-27-50.
Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова белдереүенсә, "Беҙ бергә!" штабы изгелекле, битараф булмаған кешеләрҙе бергә туплай. Әле Сибай ирекмәндәре араһында студенттар, хужабикәләр, таксистар, эшҡыуарҙар, депутаттар, чиновниктар бар. Был сафҡа теләге булған һәр кем баҫа ала.
Фото һәм сығанаҡ: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.