Геройҙар дәүере
29 Ғинуар 2022, 13:00

Яратҡан һөнәренә тоғро ул

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, изге күңелле шәфҡәт туташы Миләүшә Ғәлиуллина Асҡар дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләй.

Яратҡан һөнәренә тоғро улЯратҡан һөнәренә тоғро ул
Яратҡан һөнәренә тоғро ул

Хоҙай тарафынан үҙе өсөн генә билдәләнгән юлды һәр кем үҙенсә эҙләй: берәүҙәр оҡшаған һөнәрен үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя, икенселәр эш артынан эш алмаштыра, өсөнсөләр үҙен бер нисә өлкәлә һынап ҡарай.

Минең һеңлем Миләүшә Насирйән ҡыҙы Ғәлиуллина үҙе яратҡан һөнәрҙе һайланы һәм уға тоғро ҡалып эшләүен дауам итә. Рысҡужа ауылында тыуып-үҫкән һеңлебеҙ Белорет ҡалаһында медицина училищеһында уҡыны. Ҡулына диплом алғас, 1988 йылда хеҙмәт юлын Асҡар дауаханаһында башланы. Һәм 33 йыл терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләп, оло абруй ҡаҙанды.

Ныҡыш, сәмсел, егәрле, туған йәнле һеңлем алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, ауырлыҡтар алдында бер ҡасан да баш эймәй йәшәй. Изге күңелле, һәр кемгә ихтирамлы Миләүшә Насирйән ҡыҙы коллективта һәм халыҡ араһында оло хөрмәт яуланы. Ул 2017 йылда "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы", ә 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ булды.

Тормош иптәше Марат Нуретдин улы менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, ике улын өйләндереп, ейәнсәрҙәре Әҙиләгә ҡыуанып, гөрләтеп донъя көтәләр.

Апайы Хәмиҙә Насирйән ҡыҙы.

Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзите сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас