

Бөгөн 13.00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең “Беҙҙең хәстәр” проектының “Ярҙам десанты” акцияһы старт алды.
Сарала Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, “Саф йөрәк” хәйриә фонды, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты вәкилдәре ҡатнашты. Бынан тыш, “Йәш гвардия”, “Беҙҙең хәстәр” һәм Башҡортостандың Евразия халыҡтары ассамблеяһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды, йәштәр ойошмаларының ирекмәндәр үҙәктәре, “Рәсәй терәге”, “Эшлекле Рәсәй” ойошмаһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре, артистар, Башҡортостандың Тхэквандо спорт федерацияһы ағзалары изге эшкә ҡушылды.
Акцияла Өфө буйынса 100 һәм республика буйынса 250 самаһы автоирекмән ҡатнашты. Улар 700-ҙән ашыу мохтаж кешегә ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән 100 кешегә – йылы аш һәм 600-ҙән ашыу кешегә аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырылған. Ярҙам алыусылар “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Уларҙың күпселеге - өйҙә коронавирус инфекцияһынан дауаланған яңғыҙҙар һәм өлкән быуын.
– “Ярҙам десант”ы пандемия осоронда ҡурсауҙа булған кешеләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, өлкән быуын вәкилдәренә һәм хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә йорттарына аҙыҡ-түлек алып барыуҙа ярҙамлышыу маҡсатында булдырылған. Шулай итеп, коронавирус инфекцияһының яңы тулҡынына бәйле Башҡортостанда ирекмәнлек эшмәкәрлеге көсәйтелә, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Сарала төрлө кимәлдәге депутаттар ҙа әүҙем ҡатнашты. Павел Качкаев, Римма Үтәшева, Рафаэль Мәрҙәншин үҙҙәре шәхсән аҙыҡ-түлек таратыуҙа ҡатнашты. Ҡалған депутаттарҙың исеменән ярҙамсылары был эште атҡарҙы.
Мәрхәмәтлек акцияһын ай буйы дауам итергә ниәтләйҙәр. Киләһе ”Ярҙам десанты” 8 февралдә ойошторола.
Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың мартында төҙөлә. Ул республиканың 25 эре ирекмәндәр ойошмаһын берләштерә. Әүҙемселәр пандемияның беренсе көнөнән үк кешеләргә ярҙам итә. Улар ололарҙың өйҙәренә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып килә, вакцина яһау пункттарына барырға ярҙамлаша, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә лә ҡатнаша. “Такси. Хәстәр” акцияһына ярашлы, табиптарға вакцина яһауҙы ойоштороуға һәм ковид-госпиталгә эшкә алып барыуҙа ярҙамлаштылар.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе.