Геройҙар дәүере
2 Февраль 2022, 17:00

Пациентҡа иғтибарлы булырға!

Шундай девизды хеҙмәт ҡануны итеп алған Наталья Радионова тураһында - видеояҙмала.

Пациентҡа иғтибарлы булырға!Пациентҡа иғтибарлы булырға!
Пациентҡа иғтибарлы булырға!

“Пациентҡа иғтибарлы булырға!" тигән девиз менән эшләй Өфө ҡалаһының Дим районындағы ҡала клиник дауаханаһы өлкән шәфҡәт туташы Наталья Александровна Родионова.

Колледж студенты булғанда уҡ ул операция бүлексәһенә практикаға эләгә һәм бына инде утыҙ йыл яратҡан эшендә.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә индергән өлөшө һәм һөнәри бурысын үтәгәндәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Наталья Александровна “Ҡырым Лукаһы” миҙалы менән наградланған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Ғорурланыуға сәбәп” тигән проектын башланы. Геройҙар тураһында сюжетты БЮТ эфиры аша, шулай уҡ поводгордиться.рф сайтында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге видеояҙмаһынан скриншот.

Пациентҡа иғтибарлы булырға!
Пациентҡа иғтибарлы булырға!
Пациентҡа иғтибарлы булырға!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас