

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының бишенсе тулҡыны менән бәйле “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге әүҙемләште. Ирекмәндәр республика буйлап халыҡҡа төрлө яҡлы ярҙам күрһәтә.
“Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәктәрендә лә көсәйтелгән тәртиптә эшләйҙәр. Республика халҡы күбеһенсә дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек килтереп биреү мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итә, ололар поликлиникаға алып барырға, ихатаны һәм ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорай. Ирекмәндәргә медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре лә мөрәжәғәт итә.
Мәҫәлән, Краснокама районының “Беҙҙең хәстәр” штабы ирекмәндәре табиптарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Улар дауаханала термометрия үткәрә, фильтрҙарҙа иҫәп алып бара. “Термометрия температураһы юғары булған кешеләрҙе асыҡларға, потенциаль ауырыуҙарҙы икенсе инеү урыны аша йүнәлтергә һәм уларҙың сәләмәт кешеләр менән осрашыуына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә”, – ти ирекмән Регина Баянова.
Шулай уҡ бөгөн “Ярҙам десанты” акцияһы сиктәрендә ирекмәндәр Николо-Березовка ауылынан күп балалы Ғәджиевтар ғаиләһенә аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәткән. Уларҙа инвалид бала бар. Оло йәштәгеләр ҙә, инвалидтар ҙа аҙыҡ-түлек алды.
“Уларға бик рәхмәтлемен, ярҙам итәләр, йыш киләләр”, – тине I төркөм инвалиды Марат Хәйруллин.
Саҡмағош районында “Беҙҙең хәстәр” штабы ирекмәндәре аҙ хәрәкәт иткән граждандарға, өлкәндәргә һәм амбулатор шарттарҙа дауаланғандарға дарыуҙар килтерә, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса мәғлүмәт-аңлатыу эшен алып бара.
“Беҙ ярҙам ҡулы һуҙырға, хәстәрлек күрергә һәм ошо еңел булмаған ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, – ти ирекмәндәр штабы етәксеһе Дилара Тимашева. – Көн һайын заявкалар буйынса дарыуҙарҙы таратабыҙ. Оператив эш итергә тырышабыҙ. Бөгөн, мәҫәлән, Аблай ауылына пенсионер Сулпан Гәрәеваға алып барҙылар. 25 ғинуарҙан алып бөтәһе 52 кешегә дарыуҙарҙы өйҙәренә килтерҙеләр”.
Дүртөйлө районында ирекмәндәр аҙна һайын өлкән йәштәге Моратовтар ғаиләһенә аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтерә. Ә Октябрьский ирекмәндәре медицина персоналына коронавирус инфекцияһынан күсмә вакцинация пунктында ярҙам итә. Ҡыйғы, Шишмә, Ҡариҙел райондарында көн һайын дүрттән ашыу бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләргә бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыла. Яңауылда “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәре ололарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар таратыуҙа ғына түгел, ә хәрәкәте сиклләнгән граждандарҙы медицина хеҙмәттәре алыу өсөн дауаханаға алып барыуҙа, шулай уҡ ҡар таҙартыуҙа ла ярҙам күрһәтә.
“Һәр мөрәжәғәтте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға тырышабыҙ”, - ти әүҙемселәр.
Әбйәлил районында “Ярҙам десанты” акцияһы сиктәрендә аҙ тәьмин ителгән граждандар ҙа аҙыҡ-түлек менән ярҙам алды. “Әле генә Рыҫҡужа ауылынан ҡайтып торам, унда 62 йәшлек Рәфҡәт Баҡыевҡа аҙыҡ-түлек тапшырҙым, – ти ирекмән Рәзинә Әғзәмова. – Ир яңғыҙы йәшәй. Эшләй алмай, сөнки насар туҡланыу сәбәпле хәлһеҙләнгән”.
Ишембай районынан “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәре лә әүҙем эшмәкәрлек алып бара.
“Пандемия башланыу менән беҙ ирекмәндәр сафына индек. Мохтаждарға ике йыл ярҙам итәбеҙ. Бөгөн пенсионерҙарға һәм социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгәндәргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырылды. Көнөнә 4-5-әр ғариза буйынса барабыҙ, – ти автоирекмән Виктория Кедровская. – Өлкән йәштәге кешеләргә хәүеф янамаһын өсөн аҙыҡ-түлекте контактһыҙ тапшырабыҙ”.
Туймазы районында әүҙемселәр 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсуслаштырылған вакцинация пунктында ярҙам итә. Ирекмәндәр ололарға документтар һәм анкеталар тултырырға булышлыҡ ҡыла. Ә автоирекмәндәр, үҙ сиратында, көн һайын өлкән йәштәгеләрҙе ошо пунктҡа вакцинацияға алып барырға тырыша.
Ағиҙелдә ирекмәндәр Алена Әхтәмова һәм Венер Мөхитов 65 йәштән өлкән, яңғыҙ йәшәгән ике пенсионерға - Фидәлиә Заһитова менән Люциә Кәримоваға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын алып барған. Бынан тыш, йәштәр ковид-19 менән сирлеләргә дарыу тарата.
Өфө районы ирекмәндәре Кручинин ауылынан оло йәштәге иргә бушлай аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙән тыш, йорт ихатаһын да ҡарҙан таҙартты. “Быйыл ҡар күп, бындай ярҙамды көтмәгәйнем, балаларға рәхмәт”, – тине Әсхәт Ғиндуллин.
Бөгөн “Берҙәм Рәсәй”ҙең 63 “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр штабында граждандарҙан шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Пандемия башланғандан алып урындағы колл-үҙәктәр 116 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәгендә барлыҡ эш дәүере ваҡытында һигеҙ меңдән ашыу ирекмән, шул иҫәптән ике меңгә яҡын автоирекмән йәлеп ителгән, уларҙың 3,5 меңдән ашыуы - төрлө кимәлдәге депутаттар. Әлеге мәлдә дөйөм эшмәкәрлектә 4 мең 200 ирекмән, шул иҫәптән 980-е - автоирекмән.
Фото: "Беҙҙең хәстәр".