

“Ярҙам десанты” акцияһында республикала – 200, Өфөлә 50 автоирекмән ҡатнашты. Ярҙам коронавирус инфекцияһынан өйҙә дауаланған, аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ һәм өлкән йәштәге кешеләргә күрһәтелгән. Әүҙемселәр көн дауамында 100 йылы аш һәм 400 бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратҡан.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров уртаҡлашыуынса, бөгөн акция Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова булышлығында уҙа.
Был акцияға РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө ҡала Советы һәм муниципалитет депутаттары, “Саф йөрәк” мәрхәмәтлек фонды, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты вәкилдәре ҡушылды. Бынан тыш, “Ярҙам десанты”нда “Берҙәм Рәсәй"ҙең Йәштәр гвардияһы”, “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Евразия халыҡтары ассамблеяһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды, йәштәр ойошмаларының ирекмәндәр үҙәктәре әүҙемселәре, “Опора России” ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе, Башҡортостандың Тхэквондо спорт федерацияһы вәкилдәре, башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.
“Ярҙам десанты” акцияһы амбулатор дауалауҙа булған сирлеләргә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, яңғыҙ һәм әҙ хәрәкәт иткән кешеләргә йүнәлтелгән. Ирекмәндәр өйгә бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһы һәм йылы аш алып бара, – тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге кураторы Рәил Әҙиәтуллин. – Акцияға ҡушылған әүҙемселәр артҡандан-арта, был ҡыуандыра”.
Автоирекмән Евгений Коровин акцияла икенсе тапҡыр ҡатнаша. Бөгөн ул Черниковка биҫтәһендәге ун адресҡа ярҙам алып барған. “Изге эштәргә һәр саҡ ваҡыт табыла”, – ти ирекмән.
Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин акция сиктәрендә өлкән йәштәге кешеләргә аҙыҡ-түлек тупланмалары бирҙе.
Пенсионер Гөлсинә Шәйморатова аҙыҡ-түлек алған саҡта дарыу алып килеүҙәрен дә һорай, сөнки ул ауырып, инде бер нисә көн өйҙән сыға алмай ултыра. Уның үтенесе шунда уҡ үтәлә.
– Был акция тәү сиратта яңғыҙ йәки төрлө сәбәптәргә бәйле өйөнән тышҡа сыға алмаған кешеләргә кәрәк. Битараф булмағандарҙың бөтәһен дә был акцияға ҡушылып, ғаиләләргә, ололарға, ауырығандарға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итергә саҡырам, – тип билдәләне Рафаэль Мәрҙәншин.
Бөгөн Өфөнән күп балалы Куликовтар ғаиләһе аҙыҡ-түлек ярҙамы алды. Куликовтарҙың ун балаһы бар: етәүсе – тәрбиәгә алынған, өсәүһе – үҙҙәренеке. Иң бәләкәй Полинаға – бер, Азалияға – өс, Тимурға – дүрт, Азаматҡа – биш, Сашаға – алты, Булат менән Аннаға – ете, Даринаға – 8, өлкәндәре Кристинаға – 21, Дмитрийға 27 йәш.
– Беҙҙең ғаилә ҙур, аҙыҡ-түлек – беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, әлбиттә. Быға тиклем бер нисә тапҡыр йылы аш алып килделәр, был беҙҙең өсөн ярҙам булды. “Беҙҙең хәстәр”гә ярҙамы өсөн рәхмәт! Пандемия ваҡытында беҙ үҙебеҙҙә ирекмән булдыҡ, аҙыҡ-түлек тупланмаһын алып барҙыҡ. Һәр кеше изгелек эшләргә тейеш, тип уйлайым, – тип белдерҙе Елена Куликова.
Киләһе “Ярҙам десанты” акцияһы 15 февралдә уҙа. Ғариза ҡалдырыу йәки ирекмән булыу өсөн колл-үҙәккә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 телефон һандарына шылтыратырға мөмкин.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.