Геройҙар дәүере
15 Февраль 2022, 16:00

Яугир-интернационалистарға - оло хөрмәт һүҙҙәре

33 йыл элек был көндә СССР үҙенең ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара.

Яугир-интернационалистарға - оло хөрмәт һүҙҙәреЯугир-интернационалистарға - оло хөрмәт һүҙҙәре
Яугир-интернационалистарға - оло хөрмәт һүҙҙәре

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватаныбыҙҙан ситтә барған һуғыштарҙан әйләнеп ҡайтмаған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу сараһында ҡатнашып, “Хәсрәтле әсә” мемориалына сәскә һалды.

33 йыл элек был көндә СССР үҙенең ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара. Ун йыл дауам иткән һуғышта 14 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлә. 343 яҡташыбыҙ Афғанстандан әйләнеп ҡайтмай. Ә локаль хәрби бәрелештәрҙә Башҡортостандан 668 яугир һәләк була.

Тантанала шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар, хәрби хәрәкәт ветерандары, һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәһе, курсанттар, кадеттар, ҡала халҡы ҡатнашты. Мемориалға сәскә һалғандан һуң Радий Хәбиров был көндөң әһәмиәте тураһында һөйләне.

–  Яугир-интернационалистар – иң яуаплы, көслө һәм хөрмәткә лайыҡ кешеләр, – тине Радий Хәбиров. – Студент сағымда мине Байкал аръяғына армияға ебәрҙеләр. Кемделер ул саҡта Афғанстанға юлланды. Беҙ һәр ваҡыт уларға ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарай торғайныҡ. Был саҡта улар 18-19 йәшлек кенә малайҙар ине. Улар һуғышты, яраланды, һәләк булды. Мәрхүмдәрҙең яҡты иҫтәлеген һаҡлайбыҙ. Ә әйләнеп ҡайтҡандар – дәүләтебеҙҙең ныҡлы терәк-таянысы. Улар ҡыйыу, намыҫлы, ғәҙел кешеләр. Мин уларҙы ихтирам итәм һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149998.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149998.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас