

Фаяз Мәжит улы Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбендә эшләй. Физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре (ОБЖ) дәрестәренән уҡыта. Ул һәр ваҡыт балалар менән. Походтар ойошторһонмо, егеттәрҙе хәрби әҙерлек курстарына йәлеп итһенме, төрлө экскурсияларға алып сығып китһенме – һәр саҡ сафта. Уның армия тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләүенән һуң белем усағындағы бөтә егеттәр ҙә бөгөндән үк һалдат ҡайышы тағырға әҙер төҫлө. “Ватаныбыҙға, тыуған еребеҙгә, ғаилә ҡиммәттәренә һөйөү, ихтирам тәрбиәләргә тырышам”, - ти ул.
Фаяз Белорет районының Егәҙе ауылында тыуып үҫә. Хәрби хеҙмәткә 2008 йылдың яҙында саҡырыла. Төньяҡ флотта хеҙмәт итә. Егетмен тигән егет армияға барырға тейеш, тигән фекер көслө ғаиләлә үҫкәс, хәрби хеҙмәткә атлығып тороуы ла ғәжәпләндермәй. Армия “мәктәбен” үтеүҙе төп бурысы һанай.
Бөгөн Фаяз Хәсәнов әүҙем тормош алып бара. Сибай ҡалаһының "Хәрби-диңгеҙ флоты туғанлығы" союзы рәйесе. Ярты йыл элек Рәсәй Оборона министрлығының "БАРС" хәрбиҙәр резервы менән контракт төҙөгән. Төрлө хәйриә акцияларының, патриотик сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әле яңыраҡ ҡына “Ватанды һаҡлаусыларға – хәрби моряктарға һәм диңгеҙ пехотаһына” һәйкәлен асҡандар.
“Йәштәргә теләгем бер. Хеҙмәт итеү – намыҫ эше! Ватанды һаҡлау – беҙҙең бурысыбыҙ! Армия “мәктәбен” үткәндәр һынатмай. Улар көслө була. Был һынауҙан ҡурҡырға, ҡасырға ярамай. Киреһенсә, әҙерләнергә, спорт менән дуҫ булырға кәрәк. Шул саҡта хеҙмәт итеү ҙә еңел биреләсәк”, - ти Фаяз Мәжит улы.
Хөрмәтле дуҫтар! Төркөмөбөҙҙә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан иғлан ителгән конкурс гөрләп бара. Әйҙәгеҙ, конкурсанттарға уңыштар теләйек һәм әүҙем тауыш бирәйек!
Фотолар: Ф. Хәсәновтың шәхси архивынан.