Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Февраль 2022, 17:35

“Был исемде ғорур йөрөтөгөҙ!”

Герой исемендәге класс уҡыусылары “шайморатовсы”лар сафын тулыландырҙы. 

“Был исемде ғорур йөрөтөгөҙ!”
“Был исемде ғорур йөрөтөгөҙ!”

Кисә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Өфөләге Колонналар залында Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов исемендәге класс уҡыусыларын “шайморатовсылар” сафына бағышлау тантанаһы үтте. Белеүебеҙсә, был матур традицияға Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы ҡарарына ярашлы нигеҙ һалынды.

Был тантаналы көндә 1-се Республика полилингваль күп тармаҡлы гимназияһы, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты, 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль гимназияһы уҡыусылары “шайморатовсылар” сафын тулыландырҙы. Уларҙы был иҫтәлекле ваҡиға менән республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тәбрикләне.

– Башҡорт халҡының легендар улы Миңлеғәли Шайморатов исемен ғорур йөрөтөгөҙ, уның исеменә тап төшөрмәгеҙ! 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Берлинғаса барып еткән данлыҡлы Ҡыҙыл байрағы янында әйтелгән ”Шайморатовсы анты”на тоғро булыуығыҙға ышанабыҙ! – тине үҙ сығышында Радий Фәрит улы. Ул шулай уҡ уҡыу алдынғыларына “Отличие билдәһе” тапшырҙы.

Артабан уҡыусылар өсөн тулҡынландырҡыс мәл етте – улар “Шайморатовсылар анты”н ҡабул итте. Анттың башҡорт телендәге тексын Р. Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ильяс Йылҡыбаев, руссаһын 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль гимназияһынан Амалия Рамаҙанова  уҡыны, иптәштәре уларҙы хор менән ҡабатланы. Был минуттар йәш “шайморатовсылар” өсөн генә түгел, сарала ҡатнашҡан һәр кем өсөн иҫ киткес тулҡынландырғыс мәл булғандыр.

 “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!

Ант итәбеҙ! Ант итәбеҙ! Ант итәбеҙ!” – тигән һүҙҙәр уларҙы бөтә ғүмер юлында оҙатып барһын, ошо егеттәр һәм ҡыҙҙар халҡыбыҙ мәнфәғәтендә ҙур эштәр барҡарасаҡ шәхестәр булып үҫеп етһен!

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: