Белорет ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Василий Павлович Осокин менән бәхилләштеләр. Уға быйыл 101 йәш тулған булыр ине.
Василий Павлович Үҙән ауылында тыуып үҫә. Уға 14 йәш булғанда ғаилә Белорет ҡалаһына күсә. Үҫмер һөнәрселек училищеһында уҡый, аҙаҡ хеҙмәт юлын заводта башлай.
1941 йылдың октябрендә үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Дон йылғаһы буйындағы беренсе алышта уҡ уның Белореттан бөтә иптәштәре лә һәләк була. Василий Осокин унда тәүге тапҡыр йәрәхәтләнә, яу барышында иһә бөтәһе дүрт мәртәбә яралана.
Василий Павлович Сталинград янындағы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ошондай уҡ икенсе награданы Курс дуғаһында тапшыралар. Егет ул саҡта бүлексә командиры була. Был алышта уларҙан бары ете кеше генә иҫән ҡала...
Полтава эргәһендәге яуҙа старшина Осокинды взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр.
Ул бөтә Европа – Бессарабия, Румыния, Венгрия, Австрия, Чехословакия буйлап фашистарҙы ҡыуыуҙа ҡатнаша. Фронтовик ошо ваҡиғаларҙы, шулай уҡ Венгрияла аэродромды алғанда ҡамауға эләгеп, һуғыша-һуғыша уны йырып сығыуҙары хаҡында йыш иҫкә алыр була. Был операция өсөн уҡсылар взводы командиры Василий Осокин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Ә Тисы йылғаһын һуғышып аша сыҡҡан өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Василий Осокин Бөйөк Еңеүҙе Чехословкияла ҡаршылай. Һуғыштан Белоретҡа 1945 йылдың октябрендә ҡайта. Урындағы металлургия комбинатының автотранспорт цехына эшкә урынлаша һәм 40 йыл ҡаланың төп предприятиеһында хеҙмәт итә.
Яугир ҡатыны Екатерина Ивановна менән 72 йыл бергә тора, өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Екатерина Ивановна 2020 йылдың мартында вафат була.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Василий Осокин 23 февралгә – Ватанды һаҡлаусылар байрамына бер нисә көн генә етмәй үлеп ҡалды. Ауыр тупрағы еңел булһын...
Фото Андрей Иванютаның социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.