Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Февраль 2022, 22:15

Байрам сараһында - Рәсәй Геройы

"Беҙ, ветерандар, Ватан һаҡсылары көнөн көтөп алабыҙ..."

Байрам сараһында - Рәсәй Геройы
Байрам сараһында - Рәсәй Геройы

“Торатау” конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы уҙғарылған байрам тантанаһына Мәскәүҙән Рәсәй Геройы Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов та килгәйне. Ул Әлшәй районының Түбәнге Әүрез ауылында тыуып үҫкән.

 Беҙ уның Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата фекере менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

 – 2000 йылда Төньяҡ Кавказда бандит төркөмдәрен юҡ итеүҙә күрһәткән ҡаһарманлығым өсөн Рәсәй Геройы исемен бирҙеләр. 1982 йылдан хеҙмәт иттем, Һарытау юғары хәрби авиация летчиктар училищеһын тамамланым. Әле мин - запастағы полковник, йәмәғәт эше менән шөғөлләнәм. Беҙ, ветерандар, Ватанды һаҡлаусылар көнөн көтөп алабыҙ. Ул бик кәрәк. Байрам көнөндә осрашабыҙ, һөйләшәбеҙ, мәхрүм булған дуҫтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Йыл да байрамға республикаға ҡайтырға тырышам, – тине Рафиҡ Ихсанов.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: