“Торатау” конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы уҙғарылған байрам тантанаһына ялдағы хәрбиҙәр ҙә күп саҡырылғайны. Улар араһында отставкалағы полковник, профессор Михаил Әхмәт улы Бикмәев тә бар ине.
Михаил Әхмәт улы сығышы менән Благовар районының Ҡашҡалаша ауылынан. Ул мотоуҡсылар ғәскәрҙәре сафында күп урындарҙа хеҙмәт юлы үткән – Уралда, Мәскәү янында, Беларусияла, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда һәм башҡа ерҙәрҙә. Бөгөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҡыта.
– Был байрам айырыуса бөгөн ҡәҙерле, сөнки илдә хәл бик ҡатмарлы. Ошондай етди үҙгәрештәр булғанда тарихыбыҙға, данлы үткәнебеҙгә әйләнеп ҡарау мөһим, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына. Башҡортостан халҡы ул яуға бик ҙур өлөш индерә: ун дивизия төҙөй, бихисап полк, аҙыҡ-түлек, әйберҙәр, хәрби приспастар, икмәк, нефть тауарҙары оҙата. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандар бик аҙ, әммә тәү сиратта уларҙы ҡотлағы килә. Йәштәр ҙа һынатмай. Мәҫәлән, Ишембайҙан буласаҡ офицерҙар килгән, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Михаил Бикмәев.
Автор фотоһы.