Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Февраль 2022, 16:00

Күргәҙмәлә илебеҙҙең бай тарихы сағылды

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы саралар үтә. 

Күргәҙмәлә илебеҙҙең бай тарихы сағылды
Күргәҙмәлә илебеҙҙең бай тарихы сағылды

Данлы тарихҡа эйә илебеҙҙең нигеҙе булып торған Ватан һаҡсылары һәр дәүерҙә лә һынатмай. Бөгөн "Торатау" конгресс-холында уҙған саралар ҙа ошоноң сағылышы.

Хәрби кейем кейгән кеше һәр кемдә һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. Конгресс-холда уҙған ҙур күргәҙмәлә лә уларҙың төрлөләрен күрергә һәм фото төшөргә мөмкин ине. Бында илебеҙҙең төрлө осорондағы төрлө ғәскәрҙәрҙең кейемдәре, ҡоралдары күрһәтелде - хәрби полиция, ОМОН һәм башҡалар. Мәҫәлән, Әлкә ҡасабаһындағы 63494-се хәрби часть инженер ғәскәрҙәренең һаҡланыу сараларын тәҡдим итте. 

Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте яу яландарынан табылған ҡоралдарҙы, кейемдәрҙе, аш-һыу әҙерләүгә тәғәйенләнгән һауыттарҙы ҡуйған ине. Әйтергә кәрәк, инде 80 йылға яҡын ятҡан әйберҙәр тутығып бөткән, әммә улар беҙҙең өсөн ҡиммәтле иҫтәлек булып хеҙмәт итәсәк - улар аша киләсәк быуын тарих менән күҙмә-күҙ осрашасаҡ.

Күргәҙмәлә Рәсәй Оборона министрлығының Өфөләге Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты ҡатнашты. Улар контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу менән шөғөлләнә. 

- Йылына Башҡортостандан яҡынса бер мең ир-егет контракт буйынса хеҙмәт итергә теләк белдерә. Хәҙер урта һөнәри йәки юғары белеме булған ир-егеттәр бер йыл сроклы хеҙмәт итмәйенсә, ике йылға контракт килешеүе төҙөй ала, - тип аңлатты һайлау пункты инструкторы Алмас Абдрахманов. 

Хәрби саҡырыуға тиклемге әҙерлек үҙәге Башҡортостандан сыҡҡан Рәсәй Геройҙарының фотоһүрәттәренән күргәҙмә ойошторған. Уларҙың һәр береһе тураһында Өфө районының Булгаков ауылындағы лицей тәрбиәләнеүселәре һөйләне. 

Башҡортостан Республикаһы Милли архивы һәм Милли музейы берлектә республиканың ғорурлығы булған Рәсәй Геройы - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышлап бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған.

 - Күп кешеләр Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлы, милләте менән ҡыҙыҡһына. Шуға ла метрика кенәгәһен, Милли архив эшләгән шәжәрәһен ҡуйҙыҡ. Беҙҙең Милли архивта Геройҙың шәхси архивы бар. Беҙ ундағы материалдарҙы ошондай сараларҙа халыҡҡа күрһәтергә тырышабыҙ, - тип һөйләп үтте Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов.

Шулай уҡ "Төньяҡ Амурҙары" күргәҙмәһе ҡаһарман рухлы башҡорт халҡының яугир кейемдәре, ҡоралдары, ат эйәрләү йыһаздары менән таныштырҙы. 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: