“Торатау” конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы уҙғарылған байрам тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Улар иҫәбендә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссары Ринат Нуретдин улы Ғималов та бар ине.
Миңлеғәле Шайморатов ордены уға Көньяҡ Осетияла күрһәткән батырлығы өсөн бирелгән. 2003 йылда Ринат Ғималов етәкселегендәге ҡатнаш көстәр составы мөһим дәүләт объектын – Хөкүмәт бәйләнешен һәм ҡала АТС-ын дошман ҡулына бирмәй. 2003 йылдың авгусында ул Цхинвали ҡалаһы үҙәгендәге Ф-1 шартлатҡыс ҡоралын зарарһыҙландыра, был батырлығы менән терактҡа юл ҡуймайынса, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара.
– Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссары һүҙе генә лә минең өсөн күпте һөйләй. Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың милли геройы Миңлеғәле Шайморатов республика Башлығы ярҙамында бөтә яҡлап та рәсми танылыу алды. Был награда иһә - яҡташтарыбыҙҙың дөйөм хеҙмәтенә һәм минең республиканың, илдең оборона һәләтен үҫтереүгә индергән өлөшөмә баһа. Миңлеғәле Шайморатов, Александр Матросов кеүек батырҙарыбыҙҙың индергән өлөшө беҙҙең киләсәк быуын өсөн ҙур ҡиммәткә эйә, – тине Ринат Нуретдин улы.
Олег Яровиков фотоһы.