Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы уҙғарылған сарала Хәрби саҡырыуға тиклемге әҙерлек үҙәге Башҡортостандан сыҡҡан Рәсәй Геройҙарының фотоһүрәттәренән күргәҙмә ойошторғайны.
Ҡунаҡтарҙы Өфө районының Булгаков ауылындағы лицей тәрбиәләнеүселәре геройҙарҙың һәр береһе менән таныштырҙы. Балаларҙың уҡытыусылары – запастағы майор Илшат Фуат улы Ғафаров.
Ул Архангел районының Архангел ауылында тыуып үҫкән. 1995 йылда Камышинск юғары хәрби төҙөлөш команда училищеһын тамамлағас, Рәсәй Оборона министрлығының 12-се идаралығына эләгә. Армияла төрлө вазифаларҙа 26 йыл хеҙмәт иткән, шул иҫәптән ун өс йылдан ашыу – Алыҫ Көнсығышта. Әле Булгаков ауылындағы лицейҙа физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, ике кадет класының етәксеһе.
– Бөгөнгө тантаналы сараға кадет кластарында уҡыған иң яҡшы уҡыусыларыбыҙҙы алып килдек. Улар беҙҙең республиканан булған Рәсәй Геройҙары тураһында һөйләй. Ҡатыным да - хәрби хеҙмәткәр, әле хаҡлы ялда. Бәләкәй улым да юнармия сафында, бөгөнгө сарала ҡатнаша. Өлкән улым контракт буйынса Себерҙә хеҙмәт итә. Ҡыҙым беҙҙең юлдан китмәһә лә, өс тапҡыр парашюттан һикерҙе, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, – тип бәйән итте Илшат Фуат улы.
Автор фотоһы.