Башҡортостанда “Еңеү ирекмәндәре” Донецк һәм Луганск республикалары халҡына гуманитар ярҙам йыйыу пункттарында ярҙам күрһәтә. Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағындағы Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан эвакуацияланған граждандарға йәмәғәт ярҙамы штабы базаһында ойошторолған.
“Ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә ярҙам итеү штабына ирекмәндәр кәрәклеге хаҡында белгәс? шунда уҡ яҙылдым, сөнки был хәл шәхсән үҙемә ҡағылды, - тип уртаҡлашты “Еңеү ирекмәндәре” әүҙемсеһе Тамара Ямщенко. - Бик күп туғандарым Украинала йәшәй. Әле унда ҡурҡыныс ваҡиғалар бара. Беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ, тип иҫәпләйем. Был - беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙ. Һәм беҙҙең һәр беребеҙ туғандаш халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙа ала”.
Башҡорт дәүләт университеты студенты, ирекмән Лилиана Хәбибрахманова һөйләүенсә, гуманитар ярҙам пунктына ирекмәндәр кәрәклеген белгәс, шунда уҡ мөрәжәғәт иткән. “Беҙ гуманитар ярҙам күрһәткән кешеләрҙе теркәйбеҙ. Ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә ниндәй ярҙам кәрәк булыуы ихтималлығынан сығып эшләнгән исемлек һәм иҫкәртмә бирәбеҙ. Төрлө әйберҙәр, аҙыҡ-түлек килтергән кешеләрҙең күбеһе тағы ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һорай. Республикабыҙҙа битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуы шатландыра”, - ти ул.
Ярҙамды йәштәр генә түгел, өлкән йәштәгеләр ҙә тәҡдим итә. “Барыһына ла ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Балалар менән тәрбиәсе булараҡ ултыра алам, матди ярҙам тәҡдим итә алам”, - тип билдәләне уҡытыусы Светлана Сәләхова.
Гуманитар ярҙам йыйыу бөтә республика буйынса ла, Өфөлә лә дауам итә. “Һигеҙ йыл дауамында һуғыш режимында йәшәгән Луганск һәм Донецк халҡына – ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға, өлкәндәргә хәлемдән килгәнсә ярҙам күрһәтергә булдым. Рәсәйҙәге һәр граждандың бурысы – туғандаш халыҡҡа ярҙам итеү”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө ҡыҙы Ирина Баранова.
Ирекмәндәр сафына инергә йәки гуманитар ярҙам күрһәтергә теләйһегеҙме? Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан эвакуацияланған граждандарға йәмәғәт ярҙамы штабының Берҙәм колл-үҙәгенә шылтыратығыҙ: 8 (347) 218-19-19. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.
Фотолар: Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан эвакуацияланған граждандарға йәмәғәт ярҙамы штабы.