Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Яҡшы уҡыны, шәп спортсы ине...

Украинала һәләк булған Алексей Кондратьевтың тормошо хаҡында билдәле булды.

Яҡшы уҡыны, шәп спортсы ине...
Яҡшы уҡыны, шәп спортсы ине...

Украинала махсус хәрби операция барышында бөгөнгә ҡарата Башҡортостандан контракт буйынса хеҙмәт иткән өс егеттең һәләк булғаны тураһында билдәле. 

Уларҙы береһе - Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Алексей Кондратьев. Ул 1996 йылдың 8 майында тыуған. Яҡшы уҡыған, шәп спортсы булған. Олимпиадаларҙа беренсе урындар алған, бик күп маҡтау грамоталары, дипломдар менән наградланған. Мәктәптә уҡығанда волейбол, самбо, теннис секцияларында шөғөлләнгән.

2013 йылда Алексей Кондратьев имтихандарҙы уңышлы тапшырып, яҡшы физик әҙерлеген күрһәтеп, Тыл һәм транспорт хәрби академияһына уҡырға ингән. Бер йылдан курсант Ҡыҙыл майҙанда уҙған Еңеү парадында ҡатнашҡан. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Белгород өлкәһендә урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт иткән.

Икенсе курста уҡығанда “Зианчуринские зори” гәзитенә ниңә ошо һөнәрҙе һайлауы тураһында һөйләгән: “Хәрби һөнәр – бала саҡ хыялы... Үҙемдең, буласаҡ ғаиләмдең, Тыуған илемдең киләсәген бәхетле, имен, ә иң мөһиме – тыныс итеп күрәм”...

Алексей Кондратьевтың Иҫәнғол ауылында ата-әсәһе, ҡатыны, биш айлыҡ сабыйы, яҡындары, дуҫтары, класташтары ҡалды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларға тейешле ярҙам күрһәтеләсәге тураһында белдерҙе.

“Башҡортостан” гәзите лә Алексей Кондратьевтың ғаиләһенең, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.  

Фото: “Бәйләнештә” ("Зианчуринские зори" төркөмөнән).

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в