Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Март 2022, 10:00

12 йәштән әсәйһеҙ үҫкән...

Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың береһе - Ҡырмыҫҡалы районынан өлкән сержант Кузьма Николаевтың тормошонан ниҙәр билдәле булды?

12 йәштән әсәйһеҙ үҫкән...
12 йәштән әсәйһеҙ үҫкән...

Башҡортостан Башлығы Украиналағы махсус хәрби операция барышында өс егетебеҙҙең һәләк булғаны тураһында хәбәр итте. Уларҙың береһе – Кузьма Евгеньевич Николаев Ҡырмыҫҡалы районының Сихонкин ауылынан.

Күп балалы ғаиләлә кинйә малай була. 12 йәштә сағында әсәһе Татьяны Евгеньевнаны мәңгелеккә юғалта. Балаларҙы тәрбиәләүҙә атаһының бер туғаны Петр Кузьмич ярҙам итә.

Кузьма Николаев бала саҡтан хәрби булырға, Тыуған илде һаҡларға хыяллана. Армияға физик яҡтан ныҡлы, һау-сәләмәт егеттәрҙе алыуҙарын белгәс, мәктәптә уҡығанда уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

– Ул бәләкәстән сос, яуаплы, аҡыллы, тәртипле малай булды. Эшкә өйрәнеп үҫте. Миңә хужалыҡта һәр саҡ ярҙам итте, – тигән уның атаһы Евгений Кузьмич.

Кузьма Николаевты 2014 йылда, мәктәпте тамамлағандан һуң, армияға саҡыралар. Ул Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡала - Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында. 2019 йылда яҡташыбыҙға өлкән сержант званиеһы бирелә. Шул уҡ йылда Ырымбур өлкәһенән Әлфиә исемле ҡыҙға өйләнә. Улар ике бала тәрбиәләй.

“Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, талап ителгән барлыҡ ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ, хәстәрлек һәм һөйөү менән уратып аласаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: NewsBash диуарынан алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: