Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Март 2022, 15:00

"Ул беҙҙең йөрәктәрҙә һәр саҡ алсаҡ малай булып ҡаласаҡ..."

Ейәнсурала Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙаттылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып, яугир хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү мөһимлеге, яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге тураһында белдерҙе.

"Ул беҙҙең йөрәктәрҙә һәр саҡ алсаҡ малай булып ҡаласаҡ..."
"Ул беҙҙең йөрәктәрҙә һәр саҡ алсаҡ малай булып ҡаласаҡ..."

Бөгөн Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Украинала махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған өлкән лейтенант Алексей Михайлович Кондратьев менән бәхилләштеләр. Яугирҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, вице-премьер Ирек Сәғитов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, мәрхүмдең яҡындары, туғандары, дуҫтары, яҡташтары ҡатнашты.

Радий Фәрит улы батырҙың ата-әсәһе – Галина Анатольевна һәм Михаил Алексеевич, ҡатыны Ангелина менән осрашып һөйләште, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашты.

– Хөрмәтле Михаил Алексеевич, Галина Анатольевна! Хөрмәтле дуҫтар!

Бөгөн Ейәнсура ерендә Башҡортостандың лайыҡлы улы, офицер, өлкән лейтенант Алексей Михайлович Кондратьевты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Әлбиттә, бик йәл, йәшлектән сығып та бөтмәгән егеттәр менән хушлашырға тура килә – уға бары 25 йәш булған. Бик йәл! Әммә бөгөн беҙ уға һәм ошондай меңәрләгән егеттәргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Улар тыуған илебеҙҙе, беҙҙе яҡлай, үҙҙәренең хәрби  бурыстарын үтәй.

Президент Владимир Путин махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был - берҙән-бер дөрөҫ, хаҡлы ҡарар. Һәм ул аҙағына тиклем еткереләсәк. Алексейҙың ҡатыны, бәләкәй улы, ата-әсәһе ҡалды. Хәҙер бөтәбеҙгә лә уларҙы хәстәр һәм иғтибар менән уратып алырға кәрәк.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығына Алексей Кондратьев иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса положение әҙерләргә әйтелде. Уның тураһында иҫтәлекте һаҡлау, ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, өлкән лейтенант! Ауыр тупрағың еңел булһын! – тине Радий Хәбиров.  

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та сығыш яһаны.

“Бөгөн беҙ Рәсәй Армияһының ысын һалдатын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Һалдат һәр саҡ Тыуған иле мәнфәғәттәрен яҡлай. Был юлы ла шулай булды. Ғаиләһе, ауылдаштары, хеҙмәте һәм Тыуған иле өсөн әле күпме яҡшылыҡ эшләй алырлыҡ йәштәрҙең китеүе икеләтә ауыр. Уның батырлығын һәр саҡ иҫтә тотасаҡбыҙ. Беҙ яҡташтарыбыҙ алдында бурыслы. Батырыбыҙға яҡты иҫтәлек һәм дан. Уның батырлығы ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек сағылышы өлгөһө булып хеҙмәт итер”, – тине Дәмин Юланов.

Алексей Кондратьев уҡыған 2-се Иҫәнғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Радионова уҡыу учреждениеһына һәләк булған яугирҙең исемен биреүҙе һораны.

– Бөтә ауыл халҡы был ҡайғыны үҙенеке кеүек ҡабул итте. Алеша беҙҙең күҙ алдында үҫте. Һәйбәт кеше ине – аҡыллы, матур, яуаплы, иң яҡшыларҙан булды. Беҙҙең йөрәктәрҙә, хәтерҙә ул һәр саҡ тере һәм алсаҡ малай булып ҡаласаҡ, – тине Светлана Радионова.

Алексей Радионовтың апаһы Екатерина ярҙам өсөн республика һәм район хакимиәте етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.  

Алексей Михайлович Кондратьев 1996 йылдың 8 майында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. 2-се Иҫәнғол урта мәктәбен тамамлағас, Вольский тыл һәм транспорт хәрби академияһына уҡырға инә. Уҡыған саҡта Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша. Өлкән лейтенант званиеһында Белгород өлкәһенең Валуйки ҡалаһында хеҙмәт итә, тыл буйынса отряд командиры була. Донбасты яҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Алексейҙың ата-әсәһе, ҡатыны, биш айлыҡ улы ҡалды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман яугир хаҡында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып, уның хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү мөһимлеге, яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе. 

Тыуған ил һаҡсыһы Алексей Кондратьевтың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: