Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндә медицина белгесе Гөлнур Әхмәҙиева тураһында яҙылды.
"Хеҙмәт кенәгәһендә бер яҙма, артыҡ һүҙ яратмаған һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған — былар барыһы ла Гөлнур Әхмәҙиева тураһында. Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегенең баш шәфҡәт туташын күптәр белә, хөрмәт итә. Яҡындары, пациенттары өсөн ул эшһөйәр, киң күңелле ҡатын-ҡыҙ, һайлаған һөнәренә тоғро Гөлнур.
"Ғорурланырға сәбәп" проектының яңы сығарылышында тап уның турала һөйләргә булдыҡ. Яңыраҡ Гөлнур Әхмәҙиеваға Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы тапшырылды.
Гөлнур Әхмәҙиева Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында 33 йыл эшләй. Көн һайын эше ашығыс ярҙам күрһәтеү, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға бәйле. Пандемияның иң ҡыҙыу мәлендә ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ковид-дауаханаға эләгә. Уның өсөн иң мөһиме – кешеләргә файҙалы булыу. Башҡортостан, был ғорурланырлыҡ сәбәп!"
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ғорурланырлыҡ сәбәп" проектын Республикаға идара итеү үҙәге һәм БСТ каналы башлап ебәрҙе. Гөлнур Әхмәҙиева һәм башҡа геройҙар тураһындағы һүрәтләмәләрҙе БСТ эфирында, сайтында поводгордиться.рф һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
Фото Гөлнур Әхмәҙиеваның шәхси архивынан алынды.