Башҡортостандан Красный Луч ҡалаһы халҡы өсөн әҙерләнгән гуманитар йөк тәғәйенләнгән урынына барып етте. Тап ошо тораҡ пункты эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фашистар менән алышҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән адреслы гуманитар ярҙам шунда йүнәлтелгән дә инде. Йөктө бушатҡандан һуң Башҡортостан делегацияһы генерал М. Шайморатов һәләк булған урынға барырға һәм туғандар ҡәберлегенә сәскә һалырға уйлай.
Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко Башҡортостан халҡына һәм шәхсән Радий Хәбировҡа ярҙам һәм таяныс булғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: vk.com