Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” клубында урынлашҡан “Беҙ бергә!”, “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр ойошмаһы бик әүҙем эшләп килә, волонтерҙар һәр эштә, ярҙамға мохтаж һәр кешегә иң беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙа.
Бөгөн Сибайҙа 33 ирекмәндәр төркөмө эшләй, унда барлығы 1000-дән ашыу ирекмән теркәлгән. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында ирекмәндәр төркөмө булдырылған. Һәр төркөмдөң үҙ йүнәлеше бар. Мәҫәлән, берәүҙәр экология, спорт, медицина йүнәлештәрен үҙ итһә, икенселәр Еңеү ирекмәндәре, транспорт, “Мәрхәмәт”, ғаилә, көмөш ирекмән ойошмаларына берләшкән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡала кимәлендә үткән барлыҡ сараларҙа ла ирекмәндәр төп урынды алып тора, һәм уларһыҙ бер мәҙәни байрам да үтмәй. Былтыр Сибайҙа ойошторолған “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы, Фольклориада кеүек донъя күләмендәге сараларҙа, “Йәшел Башҡортостан” кеүек экологик өмәләрҙә ҡаланың төрлө йәштәге ирекмәндәре әүҙем ҡатнашҡан.
“Тиҫтер” клубы директоры, “Беҙ бергә!”, “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы етәксеһе Лена Мөхәмәтова әйтеүенсә, Сибай ҡалаһында ирекмәндәр хәрәкәте иң беренсе 2017 йылда “Тиҫтер” клубында ойошторола.
– Сибай ҡалаһында ирекмәндәр хәрәкәтен һәр мәктәптә, уҡыу йортонда булдырыу маҡсатында “Изгелек фабрикаһы” исемле проект ойошторҙоҡ. Был проекттың төп маҡсаты – ирекмәндәр ойошмаһын берләштереү һәм төрлө йүнәлештәрен асыҡлау. Йыл буйы барған эштә иң яҡшы ирекмәндәрҙе, ирекмәндәр төркөмөн баһаланыҡ. 2018 йыл илебеҙҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителгәс, тағы ла дәртләнеп төрлө ярыштарҙа ҡатнаштыҡ, республикала иң яҡшы волонтерҙар үҙәге булараҡ еңеү яуланыҡ. Артабан беҙҙе республика ресурстар үҙәгенә сафҡа алдылар, улар ебәргән план буйынса эш башланыҡ, төрлө проекттарҙа ҡатнашып, еңеү яуланыҡ. Алтын ҡасабаһында көмөш ирекмәндәр төркөмөн булдырҙыҡ.
2019 йыл ирекмәндәр өсөн бик ауыр осор булды. Ковид сире башланыу менән төп көс, мохтаждарға ярҙам итеү ирекмәндәр иңенә төштө. “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә “Беҙ бергә” штабы булдырылды. Был штабта 200-ҙән ашыу ирекмән иҫәпләнә. Ярҙамға мохтаж һәр ҡалалашты аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, дарыу менән тәьмин итеү төп маҡсат булып торҙо. 1000-дән ашыу дарыу бирелде, 500-ҙән ашыу йылы аш ашатыу ойошторолдо. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән 400-гә яҡын ғаиләгә аҙыҡ-түлек таратылды. Штаб хәҙерге көнгә тиклем эшләп килә. Әле коронавирус инфекцияһының бишенсе тулҡыны етеүен иҫәпкә алып, ирекмәндәрҙең эшен йәнә әүҙемләштерҙек. Һәр көн волонтерҙар мохтаждарға ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә һәр кем мохтаж, хатта ҡайһы осраҡта телефон аша оло кешенең хәлен тыңлау, уға бер йылы һүҙ өндәшеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә, – ти Лена Сөнғәт ҡыҙы.
Ысынлап та, әле беҙ ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ. Донъяны баҫып алған коронавирус инфекцияһы – бар халыҡ өсөн дә ҙур һынау. Шул уҡ ваҡытта коронавирус сире ауырлыҡтар килгәндә башҡаларға ярҙамға ашыҡҡан, һәр кемдең яҙмышы өсөн үҙенең көсөн һәм ваҡытын йәлләмәгән, рухи яҡтан көслө, һоҡланғыс кешеләрҙең арабыҙҙа күп булыуын да күрһәтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән Сибай ирекмәндәре лә дәүер геройҙарына әйләнде.
Шулай уҡ Сибай ҡалаһы ирекмәндәре былтыр Хәйбулла, Әбйәлил һәм Йылайыр райондарындағы урман янғындарын һүндереүгә лә ҙур өлөш индерҙе.
Ҡасандыр сит илдән килеп кергән “волонтер” һүҙе ҡолаҡҡа бер аҙ ятыраҡ тойолһа ла, ирекмәндәр хәрәкәте һуңғы ваҡытта тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ күренешенә әйләнде. Волонтер һүҙе латин теленән “ирекмән” тип тәржемә ителә, йәғни үҙ теләгең буйынса ярҙам итеүсе. Был хәрәкәт тәү башлап XIX быуатта Америкала барлыҡҡа килә, шулай уҡ Германияла киң йәйелдерелә, Рәсәйҙә был йүнәлеш һуңғы ваҡытта киң үҫеш ала. Уйлап ҡараһаң, һәр замандың үҙ ирекмәндәре элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Иң мөһиме – волонтер булыу өсөн шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, изгелек кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләр менән ихлас аралашыу. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуҙан тартынмаҫҡа, һәр саҡ хәрәкәттә булырға, алға ынтылырға кәрәк. Ирекмәндәр әйтеүенсә, улар бар эште күңел ҡушыуы буйынса башҡара, бер кем дә мәжбүр итә алмай. “Изгелек – телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған ғәмәл ул”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн волонтерҙар хәрәкәтендә ҡатнашыусылар раҫлай.
Әйткәндәй, Сибай ҡалаһының ирекмәндәр хәрәкәте республика буйынса икенсе урынды яулаған.
Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.