Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Март 2022, 13:45

Ҙур юғалтыу...

Яҡташыбыҙ, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең өлкән лейтенанты Ильвир Ильмир улы  Ғәлләмов, Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булды.

Ҙур юғалтыу...
Ҙур юғалтыу...

Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында йәнә бер яҡташыбыҙ, өлкән лейтенант Ильвир Ғәлләмов һәләк булды. Был хаҡта Кушнаренко районының Шәрип ауыл советы белгесе Вадим Шапилов хәбәр итә.

 Ильвир Ғәлләмов Кушнаренко районының Ҡалтай ауылында тыуған, унда урта мәктәпте тамамлаған. 2015 йылда Ҡазандағы Юғары танк команда училищеһына уҡырға инә. 2020 йылда контракт буйынса хеҙмәт итә башлай.

– Ильвирҙың ата-әсәһе һәм ҡатыны ҡалды.  Бөгөн герой менән хушлашасаҡбыҙ, – тинеләр ауыл советында. Шәрип ауылы хакимиәте  башлығы Марсель Миниғәлиев һәләк булған лейтенанттың ғаиләһенең, туғандарының  тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты.

– Яҡташыбыҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәренең өлкән лейтенанты Ильвир Ильмир улы Украинала барған махсус операцияла, хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булды. Уның туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу ул. Ильвир һәр ваҡыт тормош һөйөүсән, ярҙамсыл егет булды. 25 йәшлек лейтенант  беҙҙең йөрәктәрҙә, хәтерҙә барыбыҙ өсөн ғүмерен биргән батыр булып һаҡланасаҡ, – тине ауыл советы хакимиәте башлығы.

 Яҡташыбыҙҙың ғаиләһе, яҡындары иңенә төшкән оло ҡайғыны уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото:шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в