Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Март 2022, 16:00

Беҙ берҙәмлек менән көслө!

“Әгәр ул ваҡытта Ҡырым Рәсәйгә ҡушылмаған булһа,  ул да Донбасс һәм Луганск яҙмышын ҡабатлар ине..."

Беҙ берҙәмлек  менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!

Өфөлә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнөнә арналған митинг-концерт гөрләп бара, унда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын,  Президент курсын яҡлаған ялҡынлы сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп бара.

“Торатау” конгресс-холы сәхнәһенән Рәмил Бәҙәмшиндың  “Бөркөт” патриотик йыры яңғырай. Йырсы  үҙ өҫтөнә миллионлаған кешеләр өсөн ҙур яуаплылыҡ алған ил етәксеһе Владимир Путин менән ғорурланыуын белдерҙе.

Ҡораллы Көстәрҙең запастағы генерал-майоры  Игорь Харченко  М.Шайморатов етәкселек иткән  112-се кавалерия дивизияһын иҫкә төшөрҙө, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Александр Петровтың  йөрәктәргә үтеп инерлек “Офицерҙар” йырынан һуң отставкалағы юстиция полковнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, Афғанстандағы һуғыш ветераны Виктор Гурьев сығыш яһаны.

”Әгәр ул ваҡытта Ҡырым Рәсәйгә ҡушылмаған булһа,  ул да Донбасс һәм Луганск яҙмышын ҡабатлар ине. Хәҙер унда 14 мең кеше һәләк булды. Мин Владимир Путин ҡарарын яҡлайым. Шулай уҡ ярҙамы өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерәм. Һәләк булған афғансы-хәрбиҙәр,  әгәр фашизмды еңмәһәк, беҙҙе ғәфү итмәҫтәр,” – тине ул.   Айгиз Ханов башҡарған  барыбыҙға яҡшы таныш “Шайморатов генерал” йыры бөгөн бигерәк тә көслө, аһәңле яңғыраны.

Донбасс халҡына ярҙамға киткән Башҡортостан табиптары араһында 21-се дауахана табибы Лидия Ахунова  ла бар ине. Ул бөгөн сәхнәлә сығыш яһап,  хеҙмәттәштәренә  мөһим ярҙамдары  өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин  моңло йырҙары менән  һөйөндөрҙө, яҡташтарыбыҙҙы берҙәм булырға саҡырҙы.  Концерт һаман да дауам итә...

Фото: Башинформ.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: