Бөгөн Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыу көнөндә Өфөлә патриотик автоуҙыш ойошторолдо. Ҡала урамдары буйлап йөҙҙән ашыу машина “Z”, Рәсәй, Башҡортостан флагтары, төрлө ғәскәрҙәр символдары менән үтте. Бер километрға һуҙылған колонна “Нефтсе” стадионынан юл алып, Октябрь проспекты, Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Зәки Вәлиди, Яр буйы, Генерал-губернатор Перовский урамдары буйлап Өфө амфитеатрына тиклем барып етте.
Автоуҙышта республиканың бөтә райондары һәм ҡалаларынан патриот, йәштәр, спорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. “Патриот” йәмәғәтселек ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров әйтеүенсә, торған һайын акцияла ҡатнашыусылар һаны арта бара. Бөгөн 150-гә яҡын машина билдәләнгән маршрут буйынса үтте. “Шул рәүешле беҙ Президентыбыҙ Владимир Путиндың ҡарарын яҡларға теләйбеҙ. Ул бик ҡыйыу кеше, бындай ҡарарҙы һәр кем ҡабул итә алмаҫ ине, әммә ҡарар бик нигеҙле, үлсәнгән һәм ваҡытлы,” - тине ул.
Сарала хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнашты. Уларҙың араһында Әлшәй районының Раевка ауылынан сик хеҙмәте ветераны Сергей Нагаец та бар ине. Акцияла ҡатнашыуҙы ул үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Уның иптәше Раван Зиннәтуллин да патриотик автоуҙышта ҡатнашыуҙы мөһим бурыс тип иҫәпләй. Межгорье ҡалаһынан килгән аҫыл зат вәкилдәре лә үҙҙәренең әүҙем патриотик позицияһын күрһәтте.
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнө хөрмәтенә уҙғарылған акциялар илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ла үтә. Ә социаль селтәрҙәрҙә #ZаБашкортостан #ZаРоссию #ZаРодину хештегтары әүҙем таратыла.
Валерий Шахов фотоһы.