Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Март 2022, 10:56

“Изгелек биләмәһе”нең изге ирекмәндәре

2019 йылдан алып Баймаҡ районының Йәштәр эштәре буйынса комитеты ҡарамағында “Изгелек биләмәһе” тип аталған ирекмәндәр үҙәге эшләп килә. Әлеге ваҡытта был үҙәктә 195 ирекмән иҫәпләнә. Улар төрлө район һәм республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша, йәштәр өсөн мөһим саралар һәм акциялар, экологик өмәләр ойоштора, ярҙамға мохтаж булған ололарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йорт-ҡураһында ярҙамлаша, төрлө проекттар яҙа.

Һәр ирекмәнгә  үҙәктән шәхси форма, атрибутика бирелә. Улар мотлаҡ рәүештә ирекмәндәр порталында урынлашҡан курстар үтә һәм, сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең төп документы – ирекмәндең шәхси кенәгәһен тултыра.

Уҡыу йылы башында комитет белгестәре ҡала, ауыл мәктәптәрендә комитет һәм Ирекмәндәр үҙәгенең эше менән таныштырыу, ирекмәндәр сафына саҡырыу эшен алып бара. Ошондай осрашыуҙар арҡаһында ауыл тирәһендә ирекмәндәр хәрәкәте үҫешә башлай.

– Йыл барышында беҙ, һәр ирекмәндең эшен күҙәтеп, уларҙы маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән ҡыуандырабыҙ. Әйтергә кәрәк, аҙ ғына  ваҡыт эшләүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең ирекмәндәр районда ғына  түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендәге маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ булды.

Баймаҡ районы хакимиәте ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереү буйынса беҙгә һәр яҡлап ярҙам итә, терәк-таяныс булып тора. Мәҫәлән, декабрь айында хакимиәт менән берлектә яңы проект тормошҡа ашырылды. Беҙҙең үҙәктең иң әүҙем ирекмәндәренең фотоһы, баннерға төшөрөлөп, Баймаҡтың төп урамдарын биҙәне.

Проект эштәренә килгәндә, йәштәр эштәре буйынса комитет исеменән ирекмәндәр хаҡында проект тәҡдим итеп, “Изге эштәр муниципалитеты” республика конкурсында еңеү яуланыҡ. Бүләккә ноутбук, проектор, принтер, мультимедиа колонкалары һәм башҡа компьютер техникаһы тапшырылды,  – тине йәштәр  комитеты директоры, “Изгелек биләмәһе” етәксеһе Заһит Ғүмәров.

Әйткәндәй, Заһит Ишбулат улы былтыр декабрь айында Мәскәү ҡалаһында “Беҙ бергә” тип аталған халыҡ-ара форумда  Башҡортостандан делегат итеп һайланды һәм ҙур сарала ҡатнашып ҡайтты. Үҙәк өсөн был  форум бик файҙалы тәжрибә булды.

“Изгелек биләмәһе” үҙәге коронавирус пандемияһы башланғандан алып бөгөнгәсә ирекмәндәр менән ҙур эш алып бара. “Covid-19” штабы ирекмәндәре ололарға һәм хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыуҙа ярҙам итә. Был эш ҡалала ла, ауылдарҙа ла алып барыла. Штабта әле 121 ирекмән иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе махсус һаҡланыу әйберҙәре менән тәьмин ителгән.

Ошо көндәрҙә райондың йәнә бер ауылында ирекмәндәр ойошмаһы төҙөлдө. Икенсе Этҡол мәктәбе базаһында ирекмәндәр үҙәге эш башланы.

– Мәктәптә уҡыусылар советы тәүге йыл ғына әүҙем эшләмәй, бында патриоттар штабы, төрлө йүнәлештәге ойошмалар маҡсатлы эш алып бара. Һәр уҡыусы үҙен ҡыҙыҡһындырған йүнәлеште һайлай, уҡыу һәм тәрбиә процесы белем усағында яңыса алып барыла. Әлбиттә, был башланғыстың барыһында ла мәктәп директоры Гөлйемеш Ишмырҙинаның өлөшө ҙур. Хатта яңынан партаға ултырғым килде, – тине Заһит Ғүмәров.

Шуныһы ҡыуаныслы, ирекмәндәр һаны районда көндән-көн арта. Маҡсатыбыҙ – һәр ауылда ирекмәндәр ойошмаһы булдырыу. Был эш әле лә әүҙем алып барыла.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас: