Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында тыуып үҫкән Фәнис Ишморатовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ул урта белем алған Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына таҡтаташ ҡуйылды.
Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ, турбина төркөмө технигы "Курск" атом ер аҫты кәмәһендә һәләк булды. 2000 йылдың 12 авгусында хәрби поста ғүмере өҙөлгән мичман "Ҡаһарманлыҡ" ордены менән наградланған.
Таҡтаташ асыу тантанаһында герой-моряктың атаһы Абдулмалик Ишморатов, улы, ҡатыны, туғандары, район хакимиәте вәкилдәре, Баймаҡ районының “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ағзалары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар, лицей уҡыусылары ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, Фәнис Ишморатов хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү маҡсатында атаһының башланғысы менән Мерәҫ ауылы янында обелиск ҡуйылғайны.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайты.