Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Март 2022, 19:00

"Маладис, хөрмәт итәм!"

- Арыҫлан Шафиҡов кеүек үҫмерҙәрҙән ысын ир-егеттәр үҫеп сыға, - тип 13 йәшлек ҡыйыу малайға һоҡланыуын белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

"Маладис, хөрмәт итәм!"
"Маладис, хөрмәт итәм!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә янғында ҡыйыулыҡ күрһәткән 13 йәшлек  үҫмергә һоҡланыуын белдергән.

“Арыҫлан Шафиҡов кеүек үҫмерҙәрҙән ысын ир-егеттәр үҫеп сыға. Уға ни бары 13 кенә йәш, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәй. 14 мартта янғын ваҡытында оло йәштәге ике күршеһенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Ҡурҡмаған, ҡасмаған. Уларға тәҙрә аша сығырға ярҙам иткән һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртҡан. Маладис, хөрмәт итәм!”

Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының Телеграмдағы каналында ла белдерелде. Яҙыуҙарынса, ведомство Арыҫлан Шафиҡовты наградалауға тәҡдим итеү мәсьәләһен ҡарай.

Фото: Башҡортостан Башлығының сәхифәһе.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: