1-се республика күп йүнәлешле гимназияла Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышындағы хәрби юлы тураһында асыҡ дәрес уҙғарҙы.
– Дәресте “Хәтер ваҡыттан көслөрәк” темаһына бағышланым, Бөйөк Ватан һуғышында еңеү – беҙҙең илебеҙ тарихында бөйөк ваҡиға, тип иҫәпләйем, – тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Йәш шайморатовсылар, VII–VIII класс уҡыусылары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыу, Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың Ҡыҙыл Армиялағы хәрби юлы, хеҙмәте тарихы тураһында белде. Күрһәткән батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары һәм ҡыйыулыҡтары өсөн дивизияның дүрт меңдән ашыу яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана. Уларҙың 78-е Советтар Союзы Геройы, бишеһе – Дан орденының тулы кавалеры була. 2020 йылдың 30 мартында Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указы менән 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист юлбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡ өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә.
– Беҙ иреклекте, хаҡиҡәтте яҡлап алып ҡалған кешеләрҙең вариҫтары. Хәтеребеҙ, тарихи хаҡиҡәтебеҙ йәшәгән саҡта, беҙ уның тураһында һеҙгә һөйләргә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы геройҙар тураһында һеҙҙең менән уртаҡлашырға тейешбеҙ. Әле лә илебеҙҙе нацизмдан яҡлаған батырҙарҙың исемен белеү һәм иҫләү мөһим. Тыуған илде һаҡларға кәрәк, ә һеҙҙең индергән өлөш – уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт тормошонда күрһәткән һөҙөмтәләр. Нәҡ ошо эштәребеҙ менән беҙ үҙебеҙҙе Рәсәй Федерацияһы граждандары тип күрһәтә алабыҙ, – тип министр йәш шайморатовсыларға мөрәжәғәт итте.
“Хәтер ваҡыттан көслөрәк” дәресендә Айбулат Хажин үҙенең олатаһы Исмәғил Хажин тураһында ла һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул үҙенең хәрби юлын генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында башлаған. 2021 йылдың декабрендә Межгорье ҡалаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Исмәғил Мөхәмәтхажи улы Хажинға мемориаль таҡташ асыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан.